Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә

Тулыраҡ: Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә

Илдең йәшәйешендә генә түгел, уның ҡоролошонда ла үҙгәреш көтөлә. Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хөкүмәтте формалаштырыуҙа парламенттың хоҡуҡтарын киңәйтергә тәҡдим итте. Конституция ла байтаҡ үҙгәреш кисерә. Социаль сәйәсәттә демографияны алға этәрер реаль аҙымдар көтөлә. Мәҫәлән, Әсәлек капиталын 1-се бала тыуғанда уҡ бирә башлаясаҡтар. 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләлә беренсе бала тыуғанда Әсәлек капиталы биреләсәк. Владимир Путин илдең закондар сығарыу палатаһы – Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһен үҙе билдәләп киткәнсә илдең киләсәгенә тығыҙ бәйле йүнәлеш — демографиянан башланы. Был тармаҡтағы проблемалар күптән мәғлүм – 90-сы йылдарҙағы демографик соҡор, бала табыу йәшенең артыуы, бер балалыҡ, һ.б.

Ошондай шарттарҙа тыуымды арттырыу өсөн социаль инфраструктура булдырыу зарур. Балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөү, ясли төркөмдәрен арттырыуҙа үткән йылдарҙа ҡуйылған бурыстар үтәлмәгән, Владимир Путин төбәк етәкселәренә уны ҡайтанан йөкмәтте. Шулай ҙа тулы һәм бәхетле ғаилә ҡороуға ҡамасаулағаны реаль килемдең түбән булыуы тине Президент. Владимир Путин Әсәлек капиталы 2026 йыл аҙағына тиклем оҙайтыла, быйылдан 1-се балаға бирелә, ә икенсеһе тыуғанда 150 мең һумға арттырып түләнә. Баланың 3 йәшенә тиклем даими түләнә торған пособие быйылдан 10 мең һумға тиклем арттырылғайны. Ошо сумманың яртыһы хәҙер 3 йәштән 7 йәшкә тиклем дә түләнәсәк. Был ярҙам мохтаж ғаиләләр өсөн ҡаралған. 1-4 класс уҡыусылары тулыһынса бушлай йылы аш менән тәьмин ителә.

Был ғаиләнең килеменә лә, башҡа күрһәткестәргә лә ҡарамай. Башҡортостанда был тәңгәлдә эш күптән башланды: мәктәп ашханаларының матди техник базаһын нығытыла, берҙәм меню булдырылған. Демографияны хәл итеүҙә һәм тыуым артыуын ышанып ҡабул иткәндә мәғариф тармағын быға әленән әҙерләү зарур. Класс етәкселәренә федераль бюджеттан 5 мең өҫтәмә түләү тәрбиә эшенә ҡайтып ҡалһа, белем усаҡтарында урындарҙы балалар һанынан сығып баһалау һәм яңыларын төҙөү һәр уҡыусыға белем алыу өсөн тейешле шарт тыуҙырыу мҡсатынан сығып эшләнә. Юғары белем системаһына ла алдан яраҡлашыу зарур.Яңы уҡыу йылында юғары мәктәптә һөнәр алыуҙы медицина тармағы менән бәйләргә теләп бюджетҡа эләккәндәрҙең 70 проценты маҡсатлы йүнәлтмә буйынса буласаҡ. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә йыйылған мәсьәләләрҙе кадрҙарһыҙ хәл итеп булмаясаҡ тине Владимир Путин.

Эшкә ҡайтҡан табиптарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү бурысы урындағы властар иңенә йөкмәтелде. Эш хаҡын бүлеүҙә берҙәм тәртип ҡулланыласаҡ. Йыллыҡ мөрәжәғәтнамәнең күп өлөшө социаль тармаҡҡа бәйле ине, уны ғәмәлгә ашырыу өсөн хәйер иҡтисади нигеҙ бар. Владимир Путин 2019 йыл илдә профицит менән йомғаҡланыуын һәм инфляцияның тарихи минимумды яңыртып 3 процентта ҡалыуын билдәләп китте. Киләһе йылға башҡарма власть алдында эске тулайым продукт үҫешен башҡа илдәрҙекенән юғарыраҡ итеп башҡарыу, инвестицияларҙы йыл һайын кәмендә 5 процентҡа үҫтереү бурысын билдәләне Президент.

Экология мәсьәләләренә яуаплы ҡараш, фәнде йәшәртеү, реаль иҡтисадты цифралаштырыу, Еңеү тарихында дөрөҫлөктө яҡлауға ла сығышта ҙур иғтибар бүленде. Илдең сәйәси ҡоролошонда һуңғы 3 тиҫтә йылдағы тәүге тапҡыр үҙгәреш кисереүе көтөлмәгән яңылыҡ ине. Рәсәй Президент республикаһы булып ҡала, әммә унда парламенттың роле нығына. Депутаттар корпусы хөкүмәт рәйесе, уның урынбаҫарҙары, федераль министрҙарҙы раҫлау вәкәләтен ала. Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәр исемлегендә урындағы властарҙың вәкәләттәрен һәм мөмкинлектәрен, ә төбәк етәкселәренең ролен үҫтереү ҙә бар.