Ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостан йәмәғәтселегендә ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы рәйестәше Надежда Крылова илдең төп законы – Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тәҡдименә үҙ ҡарашын белдерҙе. Демография, Рәсәй халҡының һанын арттырыу һәм тормош сифатын яҡшыртыу йәһәтенән әйтелгән тәҡдимдәр һис кемде битараф ҡалдырманы. Балалы ғаиләләргә дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтеү республика социаль сәйәсәтенең өҫтөн йүнәлеше.
Мәктәптәрҙә тәрбиә биреү, илһөйәрлек тойғоларын үҫтереү, тарих дәрестәрен тейешле күләмдә һәм иғтибар менән уҡытыу. Донъяла тарихты үҙ мәнфәғәтенә яраҡлаштырыу кәйефтәре барған мәлдә был мәсьләләнең көнүҙәк икәненә ветерандарҙың йәмәғәт ойошмалары иғтибарҙы йәлеп итте.Сәнәғәт һәм экология, тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт, сүп-сар реформаһын бойомға ашырыу. Йәмғиәт тормошо һәм кеше һаулығы өсөн мөһим ошо мәсьәләрҙә хәл итеүҙә ил президентының аныҡ тәҡдимдәренә таянырға мөмкин. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа төбәлгән мөрәжәғәтнамәһендәге үҙен барсоған һорауҙарға туҡталды.