Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Тулыраҡ: Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереүгә 4 миллиард 700 миллион һум йүнәлтелә, шуның 3 миллиарды – федераль бюджеттан. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, былтыр Башҡортостанда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереүгә 1 миллиард 200 миллион һум йүнәлтелде. Дөйөм сумманан 816 миллион һумы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә бүленде, 840 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар алды. Бер йылда дөйөм оҙонлоғо 32 саҡрымда газ менән тәьмин итеүсе 8 объект, һыу менән тәьмин итеүсе 11 объект, дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды, халыҡтың урындағы башланғыстарына ярҙам итеү буйынса өс проект бойомға ашырылды.