Башҡортостан Сколково фонды менән бер-нисә йүнәлештә хеҙмәттәшлек итеүе ихтимал

Тулыраҡ: Башҡортостан Сколково фонды менән бер-нисә йүнәлештә хеҙмәттәшлек итеүе ихтимал

Нефть тармағы өсөн тәжрибә полигоны, Аҡыллы ҡала проекты сиктәрендә хеҙмәттәшлек һәм «Социаль карталарҙың Башҡортостан регистры”ширҡәте менән берлектәге эшмәкәрлек. Рөстәм Хәмитов үҙәк эшмәкәрлеге менән ентекләп танышты. Быйыл фонд агросәнәғәт комплексында инновацияларға бәйле эшмәкәрлектең яңы төрөн үҙләштергән. Алда әйтеп үткән Аҡыллы ҡала проекты транспорт ағымын көйләйәсәк, яҡтылыҡ менән идара итәсәк, энергия ҡулланыуҙы контролдә тотасаҡ. Сколково резиденттары һәм уларҙың ғаилә ағзалары, студенттар, уҡытыусылар өсөн бында уңайлы апартаменттар төҙөлә.