Көнбайыш дәүләттәренән аҙыҡ-түлек индереү тыйылғас, урындағы хужалыҡтарға яңы мөмкинлектәр асыла. Хәҙер, предприятиелар продукцияһын күпләп етештереп, сауҙаға сығара ала. Ошо турала яңыраҡ фермерҙар менән осрашыуҙа Рәсәй етәкселеге лә белдергәйне.Ҡыйғы районында эшләүсе ҡошсолоҡ фабрикаһында тоҡомло 15 мең ҡаҙ һәм 5 мең өйрәк үҫтерәләр. Йәмғиәт сағыштырмаса яңы ғына асылыуына ҡарамаҫтан, уңыштарға ирешә. Ойошма ит продукцияһын республикала ғына түгел, күрше төбәктәргә лә күпләп оҙата.Әммә, предприятие тулы ҡеүәттә эшләй алмай. Урында лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнһә лә, эшсе ҡулдар етешмәй.
Башҡортостан тауарҙарына өҫтөнлөк бирелә
Тулыраҡ: Башҡортостан тауарҙарына өҫтөнлөк бирелә