Икенселәре иһә бөтөнләй торлаҡһыҙ. Быйыл 7-се май Тургенев урамында урынлашҡан торлаҡ йортта янғын сыҡҡайны. Өйҙөң ҡыйығы тулыһынса янып бөтә. Әлеге көнгәсә бында ремонт эштәре тамамланмаған, зәңгәр яғыулыҡ үткәрелмәгән. Черниковка биҫтәһендәге бер-нисә йортҡа әле һаман йылы бирелмәгән. Бында йәшәүселәр фатирҙа ҡышҡы кейемдә йөрөргә мәжбүр. Тышта әле йылы, шуға йортҡа йылы бирергә ашыҡмайбыҙ, тип аңлаталар был хәлде урындағы коммуналь хеҙмәт хужалығында. Хубайовалар ғаиләһе мәктәптә уҡыусы балаларын ваҡытлыса туғандарына күсереп торорға мәжбүр. Был ғаилә яҡын-арала барыбер фатир йылыныр тип өмөтләнһә, икенселәр ҡыш етеп ныҡлап һыуыҡтар башланғансы үҙ йорттарына кире ҡайтыуҙа икеләнеү белдерә. Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан бер ҡатлы йортта биш ай элек янғын сығып алты ғаилә торлаҡһыҙ ҡалғайны. Бер ай эсендә торлаҡҡа ремонт яһалып, йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ тип вәғәҙә ителһә лә, йорттоң ҡыйығын алмаштырыуҙан һәм ҡайһы бер бүлмәләргә түбә таҡтаһы, иҙән йәйеүҙән тыш эш ары китмәгән. Кемдер туғандарына таянырға, бәғзе берәүҙәр эш еренән ваҡытлыса йәшәү урыны һорап торорға мәжбүр. Ошо йортта ғүмер буйы көн күргән Әминә Төхвәтуллина торлаҡ хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре тиҙ-арала йортто сафҡа индерәбеҙ, тип вәғәҙә биргәс ваҡытлыса мунсала йәшәп торорға ҡарар итә. Әминә Төхвәтуллина бәләкәй генә бүлмәлә ҡыҙы, кейәүе, ике ейәне менән йәшәй. Төндә бигерәк һыуыҡ, хатта йоҡлағанда ла өҫ кейемен сисмәйбеҙ, ә электр ҡоролмаһының бар бүлмәне йылытыу мөмкинселеге юҡ, тип зарлана улар. Сығарылыш класында белем алған Дмитрий бындай шарттарҙа өйгә эштәрен эшләү, өҫтәлмә белем алыу тураһында бөтөнләй уйламай. Аш-һыу әҙерләү өсөн балонлы газ ҡулланалырға мәжбүр бында йәшәүселәр. Был йортта йәшәүселәргә коммуналь хеҙмәт хужалығынан яҙылған хатҡа ҡарағанда, бинаны төҙөкләндереү өсөн 3 млн 500 мең һум аҡса май айында уҡ бүленгән. Тик ни өсөндөр ҡыйыҡ ябыуҙан һәм ҡайҙы бер ерҙәрҙә иҙән түшәүҙән эш ары китмәгән. Әлеге йортта йәшәүселәргә иһә янғындан зыян күреү арҡаһында йылы индереү тотҡарланһа, бәғзе берәүҙәр торлаҡ йорттоң йылытыу системаһы иҫкереү сәбәпле өйҙәрендә өшөп ултыра. Тышта һыуыҡтар башланды, ә янғындан ҡаза күреүселәрҙең мәсьәләһе һаман хәл ителмәгән. Йортта йылы юҡ, иҙән-түбә таҡталары ла эшләнмәгән. Һыуыҡты ҡайҙа үткәрергә, бирелгән вәғҙәләр ҡасан үтәлер. Һорауҙар әлегә асыҡ ҡала.
Өфөнөң ҡайһы бер битҫтәләрендәге йорттарға һаман йылы килмәгән
Тулыраҡ: Өфөнөң ҡайһы бер битҫтәләрендәге йорттарға һаман йылы килмәгән