Шайморат ауылында йәшәүсе пенсионер улының түләнмәгән бурысы өсөн берҙән-бер һыйырынан ҡалғайны. Коллекторҙар ерҙе, йортто тартып алыу, ут һәм газды һүндереү менән ҡурҡытып ғаиләнең малын тейәп алып китә. Коллекторҙар малды бурыс өсөн алдыҡ тигән расписка ҡалдыра. Бөтә бәләнең сәбәпсеһе –пенсионерҙың 23 йәшлек улы ҡасандыр кредитҡа 10 мең һумлыҡ телефон һатып алған, документта әйтелеүенсә, уның бурысы 27 меңдән ашып киткән. Тик күптән инде икенсе районда йәшәгән улы был адрес буйынса иҫәптә генә тора. Пенсионер, хәленән килгәнсә улына ярҙам да итеп ҡарай. Юристар билдәләүенсә, коллекторҙарҙың бурыс өсөн мөлкәтте тартып алырға хоҡуғы юҡ, быны суд приставтары ғына башҡара ала. Шуға ҡарамаҫтан, коллектор үҙ ғәйебен танымаған.
Ҡырмыҫҡалы районында 26 йәшлек коллекторҙың эшенә суд баһа бирәсәк
Тулыраҡ: Ҡырмыҫҡалы районында 26 йәшлек коллекторҙың эшенә суд баһа бирәсәк