Башҡортостанда көнбағыш урыу дауам итә

Тулыраҡ: Башҡортостанда көнбағыш урыу дауам итә

Әле дөйөм майҙандарҙың 15 проценттан ашыуында эштәр тамамланған, гектар ҡеүәте уртаса 12 центнер. Шишмә районында быйыл 8 мең 600 гектар майҙанда көнбағыш сәселгән. Шишмә районында конбағыш йыйыу менән барлығы 56 комбайн шөғөлләнә. Бынан тыш, машина-трактор станцияһынан тиҫтәгә яҡын техника йәлеп ителә. Майҙандарҙың дүрттән бер өлөшөндә көнбағыш урылған, 3 мең 200 тоннаһы һуғылған. Гектар ҡеүәте район буйынса уртаса 14 центнер ярым. Ә ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ул тағы ла юғарыраҡ. Йыйып алынған көнбағышты орлоҡҡа һалалар йә Шөңгәккүл сеймал базаһына оҙаталар. Унда техник культура таҙартыла, киптерелә һәм кәрәкле дымлылыҡҡа еткерелә. Был базаға барлыҡ республиканан тиерлек көнбағыш килтерелә. Ул тәүлегенә 150 йөк машинаһы ҡабул итергә һәләтле. Белгестәр әйтеүенсә, беренсе уңыш быйыл яҡшы. Сеймал базаһында 60 мең тонна көнбағыш һаҡларға мөмкин. Ә тәүлегенә унда 3 мең тонна техник культура эшкәртелә. Көнбағыш кәрәкле кондицияға еткәс, уны май эшләү заводына оҙаталар. Аграрийҙар көндәр һалҡынайтып, октябрь урталарына кире йылытыр, тип өмөтләнә. Сөнки, улар быйыл көнбағыш баҫыуҙарынан ярайһы мул уңыш алырға иҫәп тота.