Нияз Абдулхаҡ улы 300-гә яҡын фәнни хеҙмәт, 12 монография авторы. Ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше Көньяҡ Уралдағы тимер быуат һәм урта быуат проблемаларын тикшереү менән бәйле. Фән, тарих өлкәһендә асыштар яһаған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан шәхестең ғүмерен океан менән сағыштырырлыҡ. Үткәндәр менән киләсәкте бәйләүсе, бар йәшәйешен халҡыбыҙҙың тарихын, аҫыл ҡомартҡыларын эҙләүгә һәм һаҡлауға бағышлаған ил ағаһы Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың атҡарған хеҙмәттәре баһалап бөткөһөҙ. Нияз Абдулхаҡ улы хеҙмәт юлын Тарих, тел, әҙәбиәт институтында башлай, 23 йыл археология секторы етәксеһе, артабан республиканың халыҡтар Ассамблеяһы етәксеһе, Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе вазифаларын башҡара. Уның дөйөм хеҙмәт стажы- 60 йылдан ашыу. Ул 500-ләгән ғилми хеҙмәт авторы.Ғалим ғүмеренең йондоҙло сәғәте тип Боронғо Өфө ҡаласығын асыуҙы иҫәпләй ине. Тап уның тырышлығы менән 2011 йылда «Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы ойошторола. Эштә генә түгел, ғаиләлә лә Нияз Абдулхаҡ улы өлгөлө ғаилә башлығы ине, ти тормош иптәше Лена Әхмәт ҡыҙы. Ҡыҙҙары Әлфиә билдәле ғалимә, атаһы юлын дауам итеүсе археолог, кейәүе лә ғилем донъяһынан.Ҡыҙғанысҡа, 83-сө йәшендә Башҡортостандың фәндәр академияһы академигы, тарих фәндәре докторы, республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов арабыҙҙын китеп барҙы. Бөгөн Башҡортостан Фәндәр академияһында уны һуңғы юлға оҙаттылар. Бында билдәле фән эшмәкәрҙәре, мәрхүмдең дуҫтары, коллегалары, уҡыусылары йыйылғайны. Нияз Абдулхаҡ улының хеҙмәттәштәре илдең һәр төбәгендә. Улар ҙа бөгөн яҡын дуҫы менән хушлашырға килгән. Үҙе китһә лә, ул асҡан Боронғо Өфө ҡаласығы уға һәйкәл булып ҡалды. Ул уҡытҡан Башҡорт Дәүләт университеты вәкилдәре лә уның исемен мәңгелләштереү өҫтөндә эш алып барасаҡбыҙ, тип вәғәҙәләне.
Республика йәмәғәтселеге профессор Нияз Мәжитовты һуңғы юлға оҙатты
Тулыраҡ: Республика йәмәғәтселеге профессор Нияз Мәжитовты һуңғы юлға оҙатты






