Республикала бауырға үҙенсәлекле операция яһай башланылар

Тулыраҡ: Республикала бауырға үҙенсәлекле операция яһай башланылар

Был бөйөр сирҙәренән яфаланыусыларҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн берҙән-бер һөҙөмтәле ысул. Ҡатмарлы операциялар республиканың Ҡыуатов исемендәге клиник дауаханаһында эшләнә. Бөгөн хирургтар икенсе кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалды. Республиканың Ҡыуатов исемендәге клиник дауаханаһы табиптары Андрей Дудинды үлемдән ҡотҡарып ҡалған. Ул оҙаҡ йылдар бауыр ауырыуы менән интеккән. Операцияның яңы ысулы ике өлөштән тора. Операцияның тәүге этабы эндоваскуляр рәүештә яһала. Махсус прибор ҡан тамыры аша бауырҙың ҡапҡа венаһына индерелә. Һөҙөмтәлә, ауырыу бауырҙа ҡан әйләнеше туҡтала. Бөтә ҡан һул яғына китә, 7-10 көндә ул 30-40 процентҡа үҫкәс, ауырыу бауыр ҡырҡып алына. Әле хирургтар бындай операцияны икенсе тапҡыр яһай. Операция өҫтәлендә ятҡан ауырыуҙың уң яҡ бөйөрө тулыһынса шеш менән ҡапланған. Бауырҙың ҡалған һул яғы бөтә функцияларҙы көсөргәнешһеҙ үтәй аласаҡ. Һөҙөмтәлә йәшәүгә өмөтө лә ҡалмаған пациент яңынан аяҡҡа баҫа.