Учреждение 15 йыл төҙөлгәндән һуң, уҙған йылда файҙаланыуға тапшырылғайны. Һуңғы осорҙа унда 60-нән ашыу юғары белемле белгес килгән, ә сирлеләрҙе 100-ҙән яҡын квалификациялы белгес хеҙмәтләндерә. Хәҙер унда 5 райондан кешеләр дауалана. Медицина үҙәгендә табиптар һәм пациенттар өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Палаталар һәм операция бүлмәләре заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Сирлеләр ҙә барлыҡ шарттар менән ҡәнәғәт. Дауахана медицина кәрәк-яраҡтарын һатып алмай тиерлек. Сөнки, күпселек әйберҙәр махсус үҙҙәрендә етештерелә. Үҙәк төнъяҡ-көнсығыштағы 5 райондан 117 мең самаһы кешене хеҙмәтләндерә. Көнөнә генә унда йөҙәрләгән пациент мөрәжәғәт итә. Үҙәккә сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулдарын уйлап табып, уларҙы бөтә республика буйынса индереү маҡсаты ҡуйылған. Табиптар ярайһы ҙур уңыштарға ирешкән – һуңғы йылдарҙа кешеләр араһында үлем осраҡтары кәмегән, ә тыуым киреһенсә арта бара.
Мәсәғүт ауылында муниципаль-ара медицина үҙәге уңышлы эшләп килә
Тулыраҡ: Мәсәғүт ауылында муниципаль-ара медицина үҙәге уңышлы эшләп килә