2024 йылға тиклем Башҡортостандағы һәр район-ҡалала эшҡыуарҙарға ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк. Был турала хөкүмәтәге оператив кәңәшмәлә әйтелде. Ошонда уҡ балалар туҡланыуына бәйле һүҙ булды. Был тәңгәлдә етди контроль буласаҡ, тине Радий Хәбиров. Мәҫәлән, Кушнаренко районында балаларға Бразилиянан ҡайтарылған ит ашатҡандары билдәле. Эшлекле аралашыуҙар өсөн махсус бүлмә. Бында резиденттар бизнесҡа бәйле һөйләшеүҙәр үткәрә. Үҙ-үҙенә эшләргә теләүселәр өсөн коворкинг үҙәктә интернет, эш урыны булдырылған, бушлай сәй, ҡәһеүә лә ҡойоп бирәләр.
“Минең бизнесым” үҙәгенең Өфөләге офисында әле 35 резидент. Уларҙың күбеһе АйТи йүнәлешендә эшләүсе йүнселдәр. Черниковка биҫтәһендәге халыҡ телендә “Книжка” атамаһын алған 11 ҡатлы бина яҡын киләсәктә тулыһынса бизнесҡа башланғыс биреүсе нөктәгә әйләнергә тейеш. “Минең Бизнесым” үҙәгенең ике ҡатында әле ремонт эштәре бара. Был коворкинг үҙәк майҙандарын киңәйтергә һәм резиденттар һанын кәм тигәндә ике тапҡырға арттырырға ярҙам итәсәк. Ә 5-6 кешенән торған компанияға тиклем үҫешкән йүнселдәр өсөн бында бизнес инкубатор буласаҡ. Унда юридик һәм бухгалтерия буйынса хеҙмәттәр тулыһынса бушлай. Тағы ла мини офистар, душ бүлмәһе, хатта йоҡо өсөн махсус капсулалар. Алдынғы илдәр өсөн ғәҙәтигә әүерелгән технопарктар 2024 йылға тиклем Башҡортостандағы һәр ҡалала буласаҡ. Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә әйтелде.
Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн булдырылған шарттар әленән үк яҡшы һөҙөмтәләр бирә.Һәр муниципалитетта эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн яуаплы бизнес-шерифтарҙы КиПиАй, йәғни һөҙөмтәлелек күрһәткесе буйынса баһалаясаҡтар. Һөҙөмтәһеҙҙәре менән хушлашасаҡбыҙ тине Радий Хәбиров.Етди контроль талап иткән мәсьәләләрҙең береһе – балалар туҡланыуына бәйле. Республика етәксеһе Өфө һәм Кушнаренко райондарындағы белем усаҡтарында Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек бөтөнләй булмауына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Һуңғыһында Бразилиянан ҡайтарылған ит ашатҡандар.Владимир Путин үҙенең йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә башланғыс синыфтарҙы бушлай ашатыу бурысын ҡуйғайны. Төбәктәрҙең 2023 йылға тиклем ваҡыты бар, Башҡортостандағы күп мәктәптәрҙә уны киләһе уҡыу йылынан башлайҙар. Президент сығышындағы тағы бер тема – медицина кадрҙары ла оператив кәңәшмәлә яңғыраны. 2019 йыл аҡ халатлылар һаны 354-кә артҡан.
Быйылға маҡсат 500 табипты өҫтәп эшкә алыу.Коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар хаҡында доклад яңғыраны. 1 июлдән улар арта, әммә үҙгәреш 3,6 проценттан да юғары булмаясаҡ. Әрмегә көҙгө саҡырылыш һөҙөмтәләрен барлап Башҡортостан планда күрһәтелгән 4 мең ярым йәш егетте ил һағына оҙатҡаны билдәләнде. 207 егет саҡырыуҙан ҡасып ҡалған. Радий Фәрит улы хәрби хеҙмәткә барырға теләмәгәндәр үҙҙәренең карьераһына аяҡ сала тине. Үҙ-үҙенә аяҡ салыусылар – суррогат спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүселәргә ҡаршы көрәш даими буласаҡ. Ә был көрәште алып барғандарҙы юридик йәһәттән яҡлау саралары күреләсәк. Вәғәҙә ителгәнсә, алкагОль менән законһыҙ сауҙа итеүселәр хаҡында хәбәр иткән 22 кеше аҡсалата премия алды тине Радий Хәбиров.