«Туҡта, суррогат!» акцияһына йомғаҡ яһалды

Тулыраҡ: «Туҡта, суррогат!» акцияһына йомғаҡ яһалды

Активистар алкоголь һатылған кибеттәр буйлап 400-гә яҡын рейд үткәргән һәм бихисап етешһеҙлектәргә юлыҡҡан. «Туҡта, суррогат» акцияһының тәүге һөҙөмтәләре буйынса республикала хәмер менән ағыуланыусылар һаны ярайһы ғына кәмегән. Быйыл Яңы йыл байрамдарында дауаханаға 279 кеше мөрәжәғәт иткән, ә үткән йылда ағыуланып 305 кеше эләккәйне. Кәңәшмә барышында акцияны дауам итергә тигән ҡарар ҡабул ителде. Хәбәрсе. Контрафакт менән көрәш барышында 2019 йылда республикала 8 йәшерен цехтың эшмәкәрлеге туҡтатылған, 70 мең литр спитрлы эсемлек тартып алынған.

Төбәк башлығы әйтеүенсә, әлеге әүҙемлекте көсәйтеү мөһим. Законға ҡаршы сығыусылар, эштәренең файҙаһыҙ һәм күп сығымдар талап итеүен танып « бизнестан » үҙҙәре баш тартырға тейеш. Шулай уҡ Радий Хәбиров Суррогат алкоголле эсемлек таратыусылар менән көрәштә ҡатнашҡан активистарға дружинасы статусын беркетеп өҫтәлмә хоҡуҡи яҡлау менән тәьмин итергә тәҡдим итте. Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда йәшәүселәр ”Хәүефһеҙ мөхит” порталында хәмерҙе законһыҙ етештергән һәм һатыу иткән урындар хаҡында хәбәр итә ала. Бының өсөн мөрәжәғәт формаһын тултырып, республика картаһында аныҡ нөктәне билдәләргә, йә булмаһа (347) 218-09-87 телефоны буйынса ҡыҙыу линияға шылтыратыға кәрәк.