Минең бәләкәй Ватаным

Тулыраҡ: Минең бәләкәй Ватаным

Йәштәр үҙҙәренең бәләкәй Ватаны менән таныштырыу өсөн Өфөгә халыҡ-ара күргәҙмәгә йыйылды. Авторҙар үҙ эштәрендә тыуған төйәктең йылыһын сағылдырырға тырышҡан. Был йәһәттән, әрмән ҡыҙына етеүсе булманы. Ошо башҡорт рухы менән һуғарылған картиналарға ҡарап, уның авторы әрмән ҡыҙы икәненә ышанырлыҡ түгел. Халҡыбыҙҙың бороңғо көнкүрешен, йәшәйешен тулы кимәлдә сағылдыра алған ул. Йәш ҡыл ҡәләм оҫтаһының эштәре «Этно стилендәге натюрморт” номинацияһында еңеү яуланы.Күргәҙмәлә ҡатнашыуға Башҡортостан һәм башҡа төбәктәрҙән 130-ҙан ашыу эш тәҡдим ителгән, жюри ағзалары улар араһынан 30-ын һайлап алған. Экспозицияла, башлыса, Башҡорт дәүләт сәнғәт институты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарының эштәре.

Графика, май менән төшөрөлгәндәре. Күргәҙмәлә сәнғәттең төрлө жанрҙарын осратырға мөмкин. Һәр береһе алты номинация буйынса билдәләнеп, экспозицияла үҙ урынын алған. Күргәҙмәне минең бәләкәй Ватаным тип юҡҡа ғына атамағандар. Бар эштәрҙә лә тыуған төйәктең йылыһы сағыла. Һәр береһе Ватанға, ғөрөф ғәҙәттәргә, тарихыбыҙға ҡарата булған һөйөү менән һуғарылған. Киләсәктә күргәҙмә һөҙөмтәләре буйынса “Республиканың яңы сәнғәте” тип исемләнгән сайт ойоштороу күҙаллана. Махсус электрон белешмә йәш рәссамдарға эш менән тәьмин итеүсене табырға ярҙам итәсәк тигән фекерҙә күргәҙмә ойоштороусылары.