Башҡортостан кадет корпусына быйыл уҡырға килгән йәштәр тантаналы ант бирҙе

Тулыраҡ: Башҡортостан кадет корпусына быйыл уҡырға килгән йәштәр тантаналы ант бирҙе

Тантанала хәрби йолаларҙың һәммәһе лә ентекләп үтәлде. Алдынғы кадеттар белем биреү йортоноң байрағын алып сыҡты, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостандың әләмдәре күтәрелде, Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләт гимндары башҡарылды. Йәш десантсылар һәм ҡотҡарыусылар күрһәтмә сығыштар яһаны. Кадет корпусы етәкселеге белдереүенсә, тантаналы ант биреү буласаҡ офицер тормошонда иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Хәрби ант — кадет бурысын үтәүгә этәргес менән дәрт биреү һәм офицерға хас әхләҡи һыҙаттар тәрбиәләү сараһы.