Еңеү көнөнә ,,Хәтер китабы,,ның 23-сө томы нәшер ителә

Тулыраҡ: Еңеү көнөнә ,,Хәтер китабы,,ның 23-сө томы нәшер ителә

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған тантаналар барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа ойошторола. Төп саралар 8-9 майға билдәләнгән. 9 майҙа Өфөлә Октябрь проспекты буйлап «Үлемһеҙ полк» үтәсәк. Еңеү көнөнә „Хәтер китабы„ның 23-сө томы ла әҙерләнә.Тарих фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Закир улы Әсфәндиәровҡа атаһының яҙмышын асыҡлау өсөн күп йылдар дауамында архивтарҙа ултырырға тура килә. Һуғышҡа киткән атаһының ҡайҙа ерләнгәнен таба алмай тамам аптырағас, Әнүәр Закир улы эҙәрмәндәргә мөрәжәғәт итә.Асыҡланыуынса, Баймаҡтағы балалар йортонда тәрбиәләнгәндә буласаҡ тарихсының фамилияһын Әсфәндиәров тип үҙгәртәләр.

Тап ошо сәбәпле Әнүәр ағайға күп йылдар дауамында атаһының ерләнгән урынын асыҡлау буйынса ныҡышмалы эш алып барырға тура килә. Тик эҙәрмәндәр ярҙамында ғына хәбәрһеҙ юғалған атаһының Өфөлә ерләнгән асыҡлай Әнүәр Закир улы. Баҡтиһәң, ул тик бер хәрефтә генә яңылышҡан булған. Тап фамилияны дөрөҫ яҙмағанлыҡтан әле лә илебеҙҙә меңдәрсә кеше туғандарын таба алмай ыҙалана, ти эҙәрмәндәр. Закир Әсмәндиәровтың ҡайҙа ерләнгәне 2013-сө йылда ғына билдәле була. Ғәйҙәни Яҡуп улы Гәрәев Благовар районынан һуғышҡа алына. Ул 1942 йылдар хәбәрһеҙ юғала. Һуғыш тамамланғас ашҡынып көтөүҙәр, күҙ йәштәре... Һалдаттың Белоруссияла ерләнгәне асыҡланғас ҡына туғандарының күңеле тыныслана. Эҙәрмәндәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, яу яланында һәләк булыусылар тураһында мәғлүмәтте төрлө сығанаҡтарҙан йыя. Ҡайһы берҙә осраҡлы ғына кешеләр ҙә мөһим мәғлүмәткә эйә булған материал табып бирә, ти улар.

Эҙрмәндәр отрядтары Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан нәшер ителәсәк ХӘТЕР китабының 23-сө томын әҙерләүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Унда быға тиклем сыҡҡан китаптарҙағы барлыҡ исемдәр барланасаҡ, төҙәтмәләр индереләсәк һәм төрлө сәбәптәр арҡаһында исемдәре Хәтер китабына инмәй ҡалған йәиһә хәбәрһеҙ юғалғандарҙың исеме, һәләк булған һәм ерләнгән урыны асыҡланып өҫтәлмә мәғлүмәттәр индереләсәк, ти Илдар Бикбаев. Хәтер китабының һуңғы томы 20 йыл элек нәшер ителгән. Ошо арауыҡ эсендә мәғлүмәт алыу сығанаҡтары киңәйә, бик күп хәбәрһеҙ юғалғандар табыла, шуға ла 23-сө том яңыртылып баҫыласаҡ. Башҡортостандың эҙәрмәндәр отряды Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың исемдәрен асыҡлау, туғандарын табыу буйынса ҙур эш алып бара. ..... тамашасыларға ла мөрәжәғәт итә... кемдә фронттан ниндәй ҙә булһа хәтер һаҡланған икән, уны республиканың эҙәрмәндәр отрядына килтерә алаһығыҙ....