Бер йәшәргә яраҡһыҙ урындан икенсеһенә

Тулыраҡ: Бер йәшәргә яраҡһыҙ урындан икенсеһенә

69 йәшлек Евгения Митрофановна янғын сығыу сәбәпле йортһоҙ тороп ҡалғас, район хакимиәте пенсионерҙы ташландыҡ мәктәпкә күсерә. Прокуратура был хәлде контролгә алғас ҡына, уға маневр фондынан бүлмә бүлеп бирәләр. Әммә яңы урында ла йәшәрлек шарттар юҡ, тип зарлана ханым. Бишенсе ҡатҡа менеү – минең өсөн ҙур һынау, тип зарлана 69 йәшлек Евгения Митрофановна. Өлкән инәйҙең йөрәк сире менән ауырыу сәбәпле хәле тиҙ бөтә, шуға ла ул ваҡыты-ваҡыты менән туҡтап хәл алырға мәжбүр. Евгения Цуркова үҙ бүлмәһенең ишеген асып кереүҙе ике йыл буйы көттө. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙҙең телекомпания ханымдың ауыр хәлгә тарыуы тураһында һөйләп үткәйне. 2017- се йылда Евгения Митрофановнаның өйөндә янғын сығып, көлгә әйләнде.

Чиновниктар маневр фондынан торлаҡ бүлеү урынына, пенсионерҙы ташландыҡ мәктәптең математика бүлмәһенә урынлаштырғайны. Һөҙөмтәлә, урындағы прокурор был мәсьәләне контролгә алды.Махсус тикшереүҙәрҙән һуң, урындағы хакимиәт Евгения Митрофановнаны ташландыҡ мәктәптән дөйөм ятаҡтағы бүлмәгә күсергән. Ниһайәт, йәшәү урыны булды тип ҡыуаныр ине пенсионер, әммә бында уңайлы шарттар булмай сыға. Бүлмә буйлап электр сымдарының эшләмәүе — төп проблемаларҙың береһе. Бында бешеренеү өсөн электр плитәһе, хатта телевизор бар. Тик был техникаларҙы утҡа тоташтырыу урыны юҡ, тип зарлана ханым.Ҡыҙғанысҡа, Евгения Митрофановнаның башҡа ерҙә лә бешеренеү мөмкинлеге юҡ.

Аш-һыу бүлмәһен кәрәкмәгән әйберҙәр һаҡлау урыны тип тә әйтергә мөмкин. Бында бешеренеү өсөн ҡорамалдар бар, әммә улар электр сымдарына тоташтырылмаған. Дөйөм ятаҡта йәшәүселәр был бүлмәне йыуылған кейем-һалымдарҙы киптереү һәм кәрәкмәгән әйберҙәр һаҡлау өсөн ҡуллана.Бынан тыш, бүлмәләге тәҙрә ватыҡ, йыуыныу бүлмәһендә махсус һыу һиптергес, ә коридорҙа иһә иң мөһим әйберҙәрҙең береһе-янғын һүндереү ҡорамалдары юҡ. Был етешһеҙлектәрҙе хәл итеүҙәрен һорап, пенсионер йәнә район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Электр сымдарын көнөндә үк эшләргә вәғәҙә иттеләр. Әйткәндәй, дөйөм ятаҡтағы бүлмә Евгения Митрофановнаға ваҡытлыса ғына йәшәргә бирелгән.Евгения Митрофановнаға ярҙам итерлек туғандары юҡ. Әле пенсионерға район хакимиәтенән бүленгән торлаҡта көн күрергә тура килә. Әммә ни өсөн район хакимиәте бындай етешһеҙлектәрҙе ваҡытында уҡ юҡ итмәгән? Пенсионерҙың яҙмышына битараф булмаған кешеләр табылырмы? Был һорауҙар әлегә асыҡ ҡала.