Башҡортостан снюстар менән көрәшеүҙе ҡанун нигеҙендә алып барасаҡ

Тулыраҡ: Башҡортостан снюстар менән көрәшеүҙе ҡанун нигеҙендә алып барасаҡ

Февралдең унынан республиканың сауҙа селтәрендә ошондай ағыулы матдәләрҙе бәлиғ булмағандарға һатыу тулыһынса тыйыла. Закон проекты Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының утыҙынсы ғинуарға тәғәйенләнгән ултырышында бер юлы өс уҡыуҙа ла ҡаралып, ҡабул ителер, тип көтөлә. Был турала Парламент Президиумы ултырышында әйтелде. Снюстарға ҡаршы көрәшеү тәҡдиме менән республика етәксеһе Радий Хәбиров сығыш яһағайны. Депутаттар корпусы ла Башҡортостанда башлығы тәҡдимен хуплай. Башҡортостанда шулай уҡ өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер бүлемдәрен биреү тәртибе үҙгәрә. Был ҡатламға ҡараған ғаиләләрҙең хәҙер йорт төҙөү өсөн участкалар алмайынса, уның урынына 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған аҡсаға ғариза яҙыу мөмкинлеге бар.