2024 йылға тиклем Башҡортостандағы һәр район-ҡалала эшҡыуарҙарға ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк. Эшлекле аралашыуҙар өсөн махсус бүлмәләр, үҙ-үҙенә эшләргә теләүселәр өсөн коворкинг үҙәктә интернет, эш урыны булдырылған. “Минең бизнесым” үҙәгенең Өфөләге офисында әле 35 резидент. Уларҙың күбеһе АйТи йүнәлешендә эшләүсе йүнселдәр. Черниковка биҫтәһендәге халыҡ телендә “Книжка” атамаһын алған 11 ҡатлы бина яҡын киләсәктә тулыһынса бизнесҡа башланғыс биреүсе нөктәгә әйләнергә тейеш. Алдынғы илдәр өсөн ғәҙәтигә әүерелгән технопарктар 2024 йылға тиклем Башҡортостандағы һәр ҡалала буласаҡ.
Минең бизнесым
Тулыраҡ: Минең бизнесым