Башҡортостан федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнашырға тейеш

Тулыраҡ: Башҡортостан федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнашырға тейеш

Маҡсат, республикала тормошҡа ашырылған социаль программаларҙы финанслауҙа ил бюджетынан да ярҙам алыу. Был турала Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдерҙе. Башҡортостан Хөкүмәте президиумының сираттағы ултырышында 7 мәсьәлә ҡаралды. Уларҙың араһында республиканың адреслы инвестиция программалары, төҙөлөш өсөн электрон форматта рөхсәт алыуға бәйле документтарға ҡағылышлыһы ла бар ине. Һуңғыһы эшҡыуарлыҡ һәм инвесторҙар менән шөғөлләнгән юридик шәхестәр өсөн ҡулайлы. Халыҡ-ара кооперация менән экспорт йүнәлеше лә иғтибар үҙәгендә ҡаласаҡ. Республика “Мәҙәниәт” милли проектында ла әүҙем ҡатнаша. Уға ярашлы, тағы ла 4 йылдан Башҡортостанда виртуаль концерттар өсөн 6 зал буласаҡ.