Благовар районындағы фермер фин тоҡомло аҡ төлкөләр үрсетә

Тулыраҡ: Благовар районындағы фермер фин тоҡомло аҡ төлкөләр үрсетә

Улар башҡа төлкөләрҙән күпкә ҙурыраҡ, тиреләре лә зиннәтлерәк. Күп сығымдар талап иткән эштә район хакимиәте лә төрлө яҡтан ярҙам күрһәтә. Марат Ҡаҙаев аҡ төлкөләрҙе Себер тарафтарында эшләгән сағында күреп ҡала һәм был йәнлектәргә ғашиҡ була. Күптән фермер хужалығы асыу теләге менән янған ир Башҡортостанға ҡайтҡас, тап ошо зиннәтле тиреле ят йәнлектәрҙе аҫрау менән шөғөлләнә башлай. 2018 йылдың аҙағында Ғафури районына барып, аҡ төлкөләр алып ҡайта. Аҡ төлкөләрҙе үрсетергә Маратҡа ғаиләһе ярҙам итә. Әлеге ваҡытта уларҙың крәҫтиән-фермер хужалығында биш тиҫтәнән ашыу төлкө бар.

Был шөғөл күп сығымдар ҙа талап итә. Йыртҡыс йәнлектәрҙең төп аҙығы ит икәнен күҙ уңында тотҡанда, уларҙы ашатыу ҙа ҡиммәткә төшә.Төбәктә ауыл хужалығы тармағына, шул иҫәптән фермерҙарға ла дәүләт ҙур ярҙам күрһәтә. Марат Ҡаҙаевҡа ла Благовар район хакимиәте Иҫке Һынташ ауылы янынан ике гектар ер биргән һәм унда электр сымдары һуҙғандар. Субсидия аҡсаһына фермер төҙөлөш кәрәк-яраҡтары алып, йәнлектәр өсөн йорт-ҡура төҙөй башлаған. Әйткәндәй, бындай финанс ярҙам районда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереүгә йүнәлтелгән муниципаль программа сиктәрендә башҡарыла.Яланда төҙөлөш эштәре башланып ҡына тора. Айырым бинала йәнлектәргә аҙыҡ әҙерләр өсөн кәрәкле йыһаздар – ит үткәргес һәм һыуытҡыстар урынлаштыраласаҡ. Ауылдан йыраҡтараҡ булғанға күрә, ашамлыҡты 3-4 айға етерлек итеп килтереп ҡуясаҡтар. Фермерҙарҙың пландары ҙур — төлкөләрҙән тыш улар ит һәм затлы тиреле тоҡомло ҡуяндар ҙа үрсетә башлаған.