Радий Хәбиров эш сәфәре менән Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһында булды. Тулыраҡ беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала. 175 урынға иҫәпләнгән Бөгөлсән ауылы мәктәбе 1968 йылда төҙөлгән. 50 йыл эсендә белем усағы бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт күрмәгән. Даими ремонтты коллектив йыл да үҙ көстәре менән генә үткәреп килгән. Иҙән, түбә, тәҙрәләр, һыу торбалары, электр сымдары – барыһы ла яңартыу талап итә. Директор әйтеүенсә, проект-смета документары бар һәм дәүләт экспертизаһы ла эшләнгән. Өҫтәмә финанслау ғына талап ителә. Төҙөкләндереү эштәренә 15 миллион һум кәрәк.
Радий Хәбиров республика мәктәпкә ярҙам күрһәтәсәк, тип билдәләне. Мәктәптең спорт залында республика башлығы күп балалы ғаиләләр менән аралашты. Радий Хәбиров уларҙың теләгән һорауҙарына яуап бирҙе. Башлыса ата-әсәләр мәктәптә туҡланыу, пособиеларҙың түләнеүе һәм льготалар тураһында һорашты. Ә “Ватан” кооперативында былтыр инсиниратор, йәғни биологик һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын яндырыусы ҡулайлама һатып алғандар. Бындай ҡоролманың хаҡы ҡеүәтенә ҡарап миллион ярымдан 35 миллионға тиклем барып баҫа. Киләсәктә Ермолаевка ауылында ла бындай тәжрибәне индерергә уйлайҙар. Шулай уҡ, Радий Хәбиров райондағы бассейнды 20 апрелгә тиклем төҙөп бөтөрөргә һәм урындағы физкультура-һауыҡтырыу комплексынан йылытылған юл һуҙырға ҡушты. Республика башлығының эш сәфәре Күмертауҙағы вертолет заводы менән танышыуҙан тамамланды. Радий Хәбиров предприятиеның эше һәм үҫеш перспективаларын барланы.