Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре ил Президенты ҡушыуы буйынса ауыл медицинаһы торошона етди иғтибар итәсәк. Республика был йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш бара, быйыл 90 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Ауыл кешеләре хәҙер ашығыс медицина ярҙамы машинаһын үҙҙәре саҡыра, ә фельдшер-акушер пункттары дарыу һатыу хоҡуғын ҡайтара. Ташлыкүл фельдшер-акушер пункты ете ауылда йәшәгән 900-гә яҡын кешенең сәләмәтлеге һағында. 1998 йылдан мөдир вазифаһындағы Гүзәл Ғәбитова шәфҡәт туташы, фельдшер, йыйыштырыусы, урам һепереүсе бурыстарын бер күтәренкелектә башҡара.
Өс йыл элек водитель танытмаһы алып, хәҙер үҙ машинаһында хәрәкәте сикле сирлеләрҙең хәлен өйҙәренә барып белешә. Фельдшерҙың эш ваҡыты сәғәт тә, юл арауығы менән дә сикләнмәй. Йылына дүрт тапҡыр һәр ауылда өй береһен әйләнеп сығыу ҙа мотлаҡ йөкләмә. Айына бер тапҡыр ауыл фельдшер-акушер пунктында район дауаханаһынан килгән участка терапевты ҡабул итә. Ошонда уҡ диспансеризация үтергә, анализдар тапшырырға, үҙәк дауахана белгестәренә юллама алырға мөмкин. Ташлыкүлдәге фельдшер-акушер пункты ауыл медицинаһы нөктәләренә өлгө булырлыҡ. Йылы, яҡты, һыуүткәргес, юғары тиҙлектәге Интернет тоташҡан. Халыҡ был уңайлыҡтар өсөн данлыҡлы ауылдашына рәхмәтле. Медицина ҡорамалдары иһә һаулыҡ һаҡлау министрлығы талабына яуап бирә.Заманса фельдшер-акушер пункты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Бында һулыш тергеҙеү өсөн реанимация ҡапсығы, шәкәр, холестерин кимәлен үлсәү приборҙары, күсмә дефибрилятор, ЭКГ аппараты бар. Электр менән йылытыусы юрғанды ҡулланырға тура килһә, яһалма һулыш аппаратын әлегә тотонғаныбыҙ юҡ, ти фельдшерҙар. Ауыл халҡының теләге һәм ФАПтарға рәхсәт ителгән яңы шарттар буйынса яҡын арала дарыуҙар һатыуҙы ла башларға ниәтләйҙәр Ташлыкүлдә. Дарыухана эшмәкәрлеге буйынса белгес бар. Ауырғазы районында бөгөнгә барыһы 41 фельдшер-акушер пункты эшләй. Бынан тыш төпкөл ауылдарҙа тәү ярҙам күрһәтеүсе йорт хужалыҡтар бар. Уларҙа киҫкен хәлгә тарыған кешеләргә ирекмәндәр тәүге ярҙам күрһәтеп артабан табипҡа оҙатыуҙы ойоштора.
Медицина кадрҙарына килгәндә, районда уларҙы йәлеп итеү һәм ҡыҙыҡһындыдырыу өсөн дәүләт ярҙамының танылған саралары күрелә. Талбазынан 45 саҡрымда урынлашҡан Нуғаҙаҡ ауыл фельдшер-акушер пунктында ярты йыл элек кадрҙар ҡытлығы юҡ ителгән. Ильвина Көҫәпҡолова ошо район ҡыҙы. Салауат медицина колледжында һөнәр алып тыуған яғына ҡайтҡан. Тормош иптәше, ике йәшлек улы менән юллама буйынса Нуғаҙаҡҡа килгән. Хәҙер “Земский фельдшер” программаһына ярашлы 500 мең һумлыҡ грант эйәһе. Һәм ауыл халҡы өсөн йәш, алсаҡ, иғтибарлы белгес.
2019 йылда Башҡортостанда 30-ҙан ашыу фельдшер-акушер пункты төҙөлгән. Быйыл йәнә 90 ФАП төҙөү йәиһә тергеҙеү көтөлә. Республикала эшләгән ике меңгә яҡын ауыл медицина нөктәһенең өс йөҙҙән ашыуын тулыһынса яңыртыу талап ителә. ФАПтарҙың матди-техник базаһын нығытыу, заманса йыһаздар һәм белгестәр менән тәьмин итеү мәсьәләһе 2024 йылға тиклем хәл ителәсәк.