“Автомобилист” баҡса йорто ҡасабаһында йәшәүселәргә йортһоҙ тороп ҡалыу ҡурҡынысы янай. Асыҡланыуынса, милекселәрҙең ер бүлемдәре ауыл хужалығы ихтыяжы өсөн тәғәйенләнгән. Урындағы халыҡ өй һатып алғанда бөтә документтар ҙа теүәл ине, тип билдәләй.
Купцовтар ғаиләһе йәшәгән йорттоң икенсе ҡатында һаман ремонт эштәре тамамланмаған. Кейем-һалым бүлмәһе, ябылмаған түшәм, электр селтәренә тоташтырылмаған ҡорамалдар. Өйҙә ремонт башлай алмайбыҙ, сөнки беҙҙе ҡыуып сығарыуҙары ихтимал, тип ҡурҡа ғаилә.
Бындай хәбәрҙе ишетеүҙе беҙ һис көтмәгәйнек, сөнки өй һатып алған саҡта бөтә документтар һәйбәт, тикшерелгән ине, ти ғаилә башлығы. Дмитрий һәм Марина “Автомобилист” баҡса йорто ҡасабаһынан 2017-се йылда йорт һатып ала. Яңы йортҡа күсеү өсөн улар берҙән-бер өс бүлмәле фатирын һата.
Ҡыйыҡһыҙ тороп ҡалыу мәсьәләһе ошо уҡ урамда йәшәүсе Леоновтар ғаиләһен дә борсой.
Асыҡланыуынса, “Автомобилист” баҡса йорто ҡасабаһында өйҙәр закон буйынса төҙөлмәгән. Был урын ауыл хужалығы ихтыяжы өсөн тәғәйенләнгән. Прокуратура 2015-се йылдан уҡ тикшереү эштәрен алып бара. Әммә һатып алыусыларға ни өсөндөр өйҙәрҙең законһыҙ төҙөлөүҙәре тураһында бер кем дә хәбәр итмәгән.
Әле ҡасабала йәшәүселәрҙең йорттары һәм ере ваҡытлыса ҡулға алынған
Был урында бөтәһе 600-ҙән ашыу ер бүлеме иҫәпләнә. Шуларҙың утыҙында йорт төҙөлөп бөткән, ә ҡалғандары иһә әлегә буш тора. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, милекселәрҙең күбеһе бында өй һалырға ашыҡмай.
Хәҙер ер бүлемен һатып алыусылар суд буйлап йөрөргә мәжбүр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт алып та, унда йәшәп ҡарамаусылар ҙа юҡ түгел. 2018-се йылда Ғиззәтуллиндар ғаиләһе ҙур юғалтыу кисерә.
Район етәкселәренә был мәсьәлә яҡшы таныш. Ҡасабалағы ер бүлемдәре, ысынлап та, сәсеүлек урыны булырға тейеш, тип билдәләй улар. Ер статусы хата менән үҙгәртелеүен баҡса йорто ширҡәте ойошмаһының элекке идара рәйесенән күрә.
Нисәмә йылдарға һуҙылған мәсьәлә ҡасан хәл ителер һәм суд ниндәй ҡарар сығарыр? Урындағы халыҡты ошо һорауҙар борсой.