Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Мехмет Самсар менән осрашыуҙа белдерҙе. Республикалар тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, әммә ике яҡ та был бәйләнеште тағы ла нығытырға кәрәк, тигән фекерҙә. Әлеге мәлдә Башҡортостан менән Төркиә илдәге иң ҙур проекттарҙың береһен — Өфөләге Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн бойомға ашыра. Уның хаҡы 33 миллиард һум тәшкил итә. Шулай уҡ, баш ҡалабыҙҙа бала табыу йортоноң яңы корпусын төҙөү күҙаллана.
Өфөлә Төркиәнең почетлы консуллығын асырға планлаштыралар
Тулыраҡ: Өфөлә Төркиәнең почетлы консуллығын асырға планлаштыралар