Йәш балаларҙың үлем осрағы һанын кәметеү күрһәткесе буйынса Башҡортостанда ыңғай һөҙөмтәләр кәрәк

Тулыраҡ: Йәш балаларҙың үлем осрағы һанын кәметеү күрһәткесе буйынса Башҡортостанда ыңғай һөҙөмтәләр кәрәк

Был хаҡта Радий Хәбиров сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы ултырышында белдерҙе. 2019 йылдың 11 айында республикала тыуған мең баланың һәр бишенсеһе һәләк булған. Сәләмәтлек сәғәтенең Республика клиника перинаталь үҙәгендә ойошторолған күсмә ултырышында яңы тыуған балаларҙың үлем осрағын кәметеү, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен кадрҙар менән тулыландырыу һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри белемен камиллаштырыу мәсьәләләре ҡаралды. Фекер алышыуҙарға тиклем Радий Хәбиров перинаталь үҙәктең бала табыу һәм балалар реанимацияһы бүлеге шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Клиника йылына 10 меңдән ашыу бала табыусыны ҡабул итә.

Табибтар билдәләүенсә, былтыр улар республика тыуған етлекмәгән балаларҙың 40 процентын ҡабул иткән. Радий Хәбиров Өфөнөң өсөнсө һанлы бала табыу йортонда киҫкен хәлдә ҡалған ауырлы ҡатындың һәм уның тыуасаҡ балаһын ҡотҡарғанда күрһәткән һөнәри оҫталығы өсөн операция бригадаһы табиптарына Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Ошондай уҡ дәүләт наградаһына һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының “Иң яҡшы шәфҡәт туташы” номинацияһында икенсе урын алған Ирина Тюсенкова ла лайыҡ булды.