Башҡортостан спиртлы эсемлектәр сауҙаһын үҙгәртә

Тулыраҡ: Башҡортостан спиртлы эсемлектәр сауҙаһын үҙгәртә

Тәүге яңылыҡтарҙың береһе – байрам осоронда араҡы-шарап һатыуҙы сикләү. Суррогатҡа ҡаршы көрәштең һөҙөмтәһе юҡ түгел. Республикалаяңы йыл каникулдары осоронда спиртлы эсемлектәрҙе сикләү тураһындағы ҡанун бығаса көтөлмәгән һөҙөмтәләр биргән. Эш араҡы-шарап менән сауҙа итеүҙең 27 процентҡа тиклем кәмеүе генә түгел. Беренсе һәм иң мөһим йомғаҡтар. Башҡортостанда Раштыуа каникулдары осоронда сифатһыҙ эсемлектәрҙән ағыуланып үлеүселәр һаны аҙайған. Тағы бер ҡыуаныслы хәл. Республикала иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәр кәмегән.

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Халыҡ контроле” проекты вәкилдәре менән осрашыу барышында белдергәйне. Башҡортостанда суррогат эсемлектәргә ҡаршы көрәш яңы йыл байрамы осорона тамамланыу менән генә бөтмәйәсәк. Был акция февралгә тиклем оҙайтыла. Хәҙер саралар майҙаны Өфө менән генә сикләнмәй. Халыҡ контролерҙары республика райондарында ошондай эсемелктәр менән сауҙа итеүселәргә ҡаршы көрәшкә сыға. Акцияны ысын мәғәнәһендә көрәш, тип атарға кәрәк. Бөгөнгө бурыс – халыҡ сәләмәтлеген һаҡлау. Бутлегерҙар юҡ ителергә тейеш. Суррогатҡа ҡаршы көрәшеү республикала башҡарма власть органдарында ғына түгел, ә халыҡтың үҙендә лә яҡлау тапҡан.

Башҡортостан парламентында үткән “Түңәрәк өҫтәлдә” был турала айырым әйтелде. Законһыҙ спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүселәр, йә иһә ошондай нөктәләр барлығын шылтыратып әйткәндәргә айырым аҡса түләү ҙә бөгөн граждандарҙың иғтибарлы булыуы билдәһе. Һүҙ ошаҡ тураһында түгел, һүҙ кешеләр иғтибары һәм йәмғиәттең ысынлап та эскелектән һәм араҡы һаҙлығына батырырға тырышыусыларҙан арыуы тураһында. Башҡортостан суррогтаҡа ҡаршы көрәштең яңы юлдарын өйрәнә. Маҡсаттарға ирешеү өсөн тағы ла бер-нисә йыл кәрәк буласағын иҫтән сығарырға ярамай. Әммә, республика башлығы Радий хәбировтың айырым һәм спиртлы эсемлектәр баҙарына бәйле тәҡдиме халыҡта хуплау табыуы эштең һөҙөмтәле булырына ишара.