Һыу ҙа, канализация ла юҡ

Тулыраҡ: Һыу ҙа, канализация ла юҡ

Башҡала үҙәгендә урынлашҡан иҫке йорт 1983-сө йылдарҙа уҡ авария хәлендә тип танылған. Әммә әлегә тиклем Миәс урамы, 42-се йортта йәшәүселәргә яңы торлаҡ бирелмәгән. Йортта бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт башҡарылмаған. Зәбирә Хөснийәрованың атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Бүлмә уға ваҡытлыса йәшәп торор өсөн генә бирелгән. Әммә ваҡытлыса торлаҡ инде күптән таушалып, сереп бөткән. Йортта йәшәүселәр бында капиталь ремонт башҡарылғанын хәтерләмәй. Валентина Борисенкоға 82 йәш. 50 йылға яҡын ошо йортта йәшәргә мәжбүр. Ә был еҫте фатир хужалары үҙаллы ғына бөтөрә алмай.

Ғөмүмән, 50-се йылдарҙағы төҙөлөштөң үҙенсәлектәре бар һәм заман талаптарына тап килмәй. 83-сө йылда уҡ йорт авария хәлендә, тип табыла. Фатир хужалары әйтеүенсә, йорт емерелергә тора, стеналары буйҙан буйға ярылған. Шуға ла бүлмәләрҙә йылы кейенергә тура килә. Йортта йәшәүселәр һәр тауышҡа иғтибарлы булып, һаҡ ҡына йөрөргә тырыша. Был билдәле голланд мейестәре һәр бүлмәлә бар. Ә был ике бүлмә өсөн бер мейес. Ул күптән эшлектән сыҡҡан һәм фатир хужалары бүлмәләрен электр менән йылытырға мәжбүр. Электр сымдары ла бер тапҡыр ҙа яңыртылмаған. Бүлмәләрҙе иһә электр менән генә йылытыу мөмкин түгел һәм хәүефле лә.

Электр сымдары бер нисә урындан үҙаллы ялғанған.Йортто тағы ла авария хәлендә, тип танытыр өсөн фатир хужалары хаттар яҙа, әлегә һөҙөмтәләр юҡ. Совет районының йорт хужалығы идаралығы тикшереү үткәргән һәм ошо һөҙһөмтәләрҙән сығып, тәҡдимдәр яһалды. Төҙөкләндереү эштәре иһә фатир хужалары иҫәбенә башҡарыласаҡ, подрядсы ойошмаға 25 мең һум тирәһе аҡса түләргә кәрәк буласаҡ.

Республиканың Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк бүлеге Миәс урамындағы был йортто күҙәтеүгә алды. Бәхетле ҡартлыҡта йәшәргә хыялланған 82 йәшлек Валентина Борисенко әлегә тиклем йәйәү колонканан һыу ташый, бар уңайлыҡтар тышта, йыуыныу бүлмәһе лә бөтөнләй юҡ. Миәс урамы, 42-се йортта 7 фатир хужаһы йәшәй, ҡайһы берҙәре туғандарында торорға мәжбүр, бәғзеләре өсөн ул берҙән-бер торлаҡ. Иҫке йортта йәшәүселәр өмөттәрен өҙмәй.