Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел

Тулыраҡ: Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел

75 йыл үткәндән һуң Венгрияны азат итеүҙә һәләк булған старшина Исрафил Ибраһимовтың ерләнгән урыны асыҡланған. Уның менән бергә хәбәрһеҙ юғалған тағы 19 яугирҙың исемдәре табылған. Ибраһимовтар ғаиләһе күптән ырыу шәжәрәһен төҙөү менән ҡыҙыҡһына. Нәҫел ағасы әҙер, быуындар ебе теҙелгән, әммә уның бер тармағы әлегәсә билдәһеҙ ҡалған.

Венгрияны азат итеүҙә ҡатнашҡан егерме кавалерист-яугир Алакьян ҡасабаһында һәләк була. Радик Ибраһим улы 1945 йылдың 8 декабрендә бәтә гвардияны Ясберень ҡасабаһының туғандар ҡәберлегенә күсереп ерләгәндәрен асыҡлаған. Совет яугирҙарының һәр береһенең шәхестәрен билдәләй алған. Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел, тигән фекерҙә Радик Рәшит улы. Шуға ла, туғаны ерләнгән урында Ибраһимовтар ғаиләһе мемориаль таҡта урынлаштыра. Унда старшина Исрафил Ибраһим улынан тыш хәбәрһеҙ юғалған ун туғыҙ яугирҙың да исемдәре яҙылған.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, республиканан йөҙ меңдән ашыу һалдат әле лә хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә. Эҙәрмәндәр һалдаттарҙың ҡәберҙәрен табып, уларҙың шәхестәрен асыҡлауҙы изге бурыс тип һынай. Һуғышта эҙһеҙ юғалғандарҙың яҡындары ла был эшкә ҙур әлөшөн индерә. Тиҫтәләгән справка, хаттар, архив мәғлүмәттере. Ун йыл дауам иткән эҙләнеү эштәре бушҡа булманы тип һөйөнә Ибраһимов Исрафил улының туғандары. Старшина батырлығы, бөйөк еңеүгә индергән өлөшө тарих битендә лайыҡлы урынын алды.