25 ғинуар “Динамо” спорт комплексында студенттар көнө уңайынан ҙур сара ойошторола. Ҡунаҡтарҙы билдәле артистар сығышы, ҡиммәтле бүләктәр, дәртле йырҙар көтә. Әле сараға әҙерлек эштәре нисек бара? Егерме мең квадрат метр майҙанды биләгән “Динамо” спорт комплексынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Бында көн һайын төрлө саралар уҙғарыла. Быйыл да тап был майҙанда Башҡортостан 24 телеканалы ҙур байрам ойоштора. 25 ғинуар, йәғни был шәмбе үткәреләсәк сараға әҙерлек эштәре етди бара. Студенттар көнөнә арнап үткәрелгән сараны билдәле артистар сығыштары менән биҙәйәсәк.
15 –тән ашыу төрлө башҡорт музыка ҡоралдарында көйҙәр сығарған һәм шул уҡ ваҡытта билдәле йырҙарға заманса аранжировкалар яһаусы башҡорт егете Зайнетдин ҙур шоу ойошторасаҡ. Бынан тыш, сарала конкурстар уҙғарыу ҡарала. Әлбиттә, уйында ҡатнашыусыларҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә. Бассейн, фитнес, дзюдо, ҡатнаш көрәш сәнғәте һәм башҡа спорт төрҙәренә абонементтар уйнатыласаҡ. Шулай уҡ Башҡортостан 24 телеканалы партнеры КФС ресторандар селтәре ҡунаҡтар өсөн үҙенсәлекле бүләктәр әҙерләй. Был сараны икенсе төрлө дискотека тип әйтһәк тә бер ҙә хата булмаҫ.
Ололар ҙа, студенттар ҙа үҙҙәренә оҡшаған йырҙарҙы тыңлай ала. Дөйөм алып әйткәндә, сараға килеүселәр өсөн конькиҙа шыуыу ғына түгел, ә күңел асыу мөмкинлеге булдырыла. Сәләмәт тормош алып барыу һәм төрлө быуын кешеләрен бер урынға йыйыу-Башҡортостан 24 телеканалы һәм “Динамо” спорт комплексы ойошторған сараның төп маҡсаты. Майҙан тулы кеше булырына һәм, әлбиттә, байрамдың юғары кимәлдә үтеүенә беҙ һис шикһеҙ ышанабыҙ, ти Башҡортостан 24 каналы етәксеһе Рәмзит Абуляев. Билдәле булыуынса, хәҙер Башҡортостан 24 телеканалын республиканан ситтә йәшәүселәр ҙә ҡарай ала.
Сара барышын мотлаҡ камера ла төшөрәсәк. Фул Аш Ди форматында күрһәтелгән каналдан һеҙ ҙә үҙегеҙҙе күрә аласаҡһығыҙ. Бер көн эсендә бында меңгә яҡын кеше конькила шыуырға килә. Әле, күренеүенсә, әҙерлек эштәре бара. Сарала, әлбиттә, йәштәр ҙә, ололар ҙа ҡатнаша ала. Һәм был көндә инеү бушлай буласаҡ. 25 ғинуарҙа “Динамо” спорт комплексында үтәсәк сара сәғәт биштә башлана. Үҙегеҙ менән күтәренке кәйеф алып килеү һорала.