Урал батыр эпосы төрлө телдәрҙә яңғыраны

Тулыраҡ: Урал батыр эпосы төрлө телдәрҙә яңғыраны

Үткан аҙнала Урал батыр эпосын яттан һөйләү буйынса халыҡ-ара конкурс утте. Унынсы тапҡыр уҙғарылған ижади бәйгене ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм Социаль технологиялар институты уҙғарҙы.

Конкурста ҡатнашыусылар һаны йыл һайын арта, тип билдәләй ойоштороусылар. Эпосты төрлө телдә һөйләнеләр. Башҡорт халыҡ ижады өлгөһө Һиндостан, Израиль, Германия, Ҡырғыҙстан, Монголия, Франция, Үзбәкстан, Украина халыҡтарына ла билдәле. Был юлы конкурста инвалид балалр ҙа ҡатнашты.