Рәсәй оборона министрлығы ИГИЛ-дың террорсылар әҙерләү үҙәген һәм тағыла бер-нисә объекттың юҡ ителеүе тураһында хәбәр итте. Министрлыҡтың рәсми вәкиле Игорь Конашенков белдереүенсә, Рәсәй авиацияһы ҡорал һәм яғыулыҡ-майлау материалдары келәтен ер менән тигеҙләгән.
Американың Техас штатында 2001-се йылда полиция хеҙмәткәрен үлтереүҙә ҙәйепләнеүсе Личо Эскамилья язалап үлтерелгән. Уға үлемесле инъекция яһалған. Эскамилья төнгө клуб янындағы һуғышта ҡатнашҡан һәм полицияның ике хеҙмәткәрен йәрәхәтләгән.
Грецияла сүп-сар йыйыусылар ҡаршылыҡ акцияһы үткәрә. Улар үҙ машиналарын хеҙмәт министрлығы алдында теҙеп ултыртып ҡуйған. Акцияла ҡатнашыусылар пенсия реформаһына ҡаршы. Был аҙнала афиндарҙа 67 йәштән пенсияға сығыу тураһындағы ҡанун ипроекты ҡараласаҡ.
Хабаровскийҙа полицияның ете наряды һәм ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте айыуҙы баҫтырған. Ул Амур йылғаһын йөҙөп сығып бер сауҙа үҙәгенә килеп ингән. Һуңынан торлаҡ йорттарға табан йүнәлгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре тайыш табанды ҡамауға алып атып үлтергән.