Рәсәй банктары вәкилдәре бөгөн Өфөгә йыйылды

Тулыраҡ: Рәсәй банктары вәкилдәре бөгөн Өфөгә йыйылды

“Банк һәм финанс ойошмалары: сифат, стандарттар, үҙ ҡағиҙәләрҙе көйләү” мәсьәләләренә арналған ғилми-ғәмәли конференция быйыл 10-сы тапҡыр ойошторолдо. Иҡтисади даирәләге тотороҡһоҙлоҡ шарттарында нисек эш һөҙөмтәләрен яҡшыртырға һәм эшмәкәрлектең сифатын күтәрергә – банк хеҙмәткәрҙәре бөгөн үҙ алдына ошо һорауҙарҙы ҡуя. Хәүефтәрҙе иҫкәртеү өсөн активтарҙы стандартлаштырыу талап ителә. Шулай уҡ үҫеш юҫығында яңы йүнәлештәр эҙләү, банктар эшен заман талаптарына ярашлы көйләү һәм эшмәкәрлекте тейешле рәүештә күҙәтеү мөһим. Кәңәшмәлә финанс баҙарында ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен киңәйтеү, төбәктәрҙә тупланған ыңғай тәжрибәне уртаҡлашыу һәм уны бөтә селтәрҙә ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итеү саралары ла ҡарала. Аҡсаны һаҡлыҡҡа алыу — банк хеҙмәткәрҙәренең йәнә бер көнүҙәк мәсьәләһе. Әлеге ваҡытта был өлкәлә ыңғай яҡҡа үҙгәреш күҙәтелә. Халыҡ йыйылған аҡсаһын банктарға ышанып тапшырһын өсөн шарттар уңайлаша. Процент кимәле төшөүен иһә банкирҙар ыңғай күрһәткес, тип баһалай. Сөнки һаҡлыҡ ставкаларына яһалған өҫтәмә күләм кәмеүенә бәйле кредит проценты ла төшә башлаясаҡ.