Бәйге Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөнә һәм Әҙәбиәт йылына арналған. Әҙәби ун көнлөктә Өфөнөң белем биреү учреждениелары уҡыусылары һәм уҡытыусылар ҡатнаша ала. Башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған эштәр 11 октябрҙән 21-нә тиклем ҡабул ителә, 22-нән 26-на ҡәҙәр — конкурсҡа, 29 октябрҙә түңәрәк өҫтәлдә ун көнлөккә йомғаҡ яһала. Конкурсты ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы менән берлектә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Өфө ҡалаһының мәғлүмәт-методик үҙәге, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы.
Өфөлә «Мостай уҡыуҙары» республика ижади конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы
Тулыраҡ: Өфөлә «Мостай уҡыуҙары» республика ижади конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы