Үткән йылдың иҡтисади күрһәткестәре иғлан ителде

Тулыраҡ: Үткән йылдың иҡтисади күрһәткестәре иғлан ителде

Сәнәғәт тауарҙары һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса үткән йылда Башҡортостан ыңғай күрһәткестәргә өлгәшкән, был динамиканы киләсәктә нығытыу мөһим. Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров беҙ тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә ынтылырға тейеш, тип белдерҙе. Хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева дауам итә. 2018 йыл менән сағыштырғанда сәнәғәттә етештереү индексы 0,8, Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 1,8 процентҡа юғары. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү индексы иһә үткән йылдағынан 2,6 процентҡа өҫтөн. Хөкүмәт ағзаларының Европа илдәренә эш сәфәренән һуң республитканың аграр тармағында быйыл да һөҙөмтәле үҙгәрештәр көтөлә. Башҡортостанда йәнә бер ыңғай тәжрибә – балаларҙы саф һөт ризыҡтары менән тәьмин итеү буйынса күләмле программа бойомға ашырыла. Радий Хәбиров республиканың сауҙа һәм ҡулланыусы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса дәүләт комитетының эшенә юғары баһа бирҙе. Төбәктә бөгөн саф һөт ризыҡтары менән 7202 бала тәьмин ителә.

“Һөт кухнялары” Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Белорет ҡалаларында асыҡ. Быйыл ошондай уҡ цех Сибайҙа асыласаҡ. 84 нөктәлә һөт ризыҡтарын таратыу ойошторолған. Өфө районында предприятие ауылдарға һөт ризыҡтарын автолавка ярҙамында тарата. Республика башлығы Башҡортостанда етештерелгән һөт ризыҡтары менән мәктәп һәм балалар баҡсаларын да тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Һөт кухняһын иһә республиканың Төнъяҡ-көнсығыш райондарында ла асыу мөмкинлеген күрергә тәҡдим итте. Башҡортостандың туризм төбәге булараҡ танылыуында ла былтырғы менән сағыштырғанда алға китеш күҙәтелә. Декабрь аҙағы –ғинуар башында тау саңғыһы үҙәктәрендә туристар һаны икеләтә артҡан. Өфө халҡы һәм башҡала ҡунаҡтарынан 50 меңдән ашыу кеше TERRA ZIMA күп көнлөк фестивалендә ҡатнашҡан. Ҡышҡы күңел асыу сараларын һауа гиҙеүселәрҙең икенсе халыҡ-ара фестивале дауам итте. Самрауҙа Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән тиҫтәләгән аэронавт Урал тауҙары аша артылды. Оператив кәңәшмәлә республика төбәктәре араһында

иғлан ителгән “Иң күркәм яңы йыл ҡаласығы” бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Баһалау комиссияһы боҙ һындарға ғына түгел, ҡала-ауыл майҙансыҡтарын биҙәү, йорт-урамдарҙы байрамса яҡтыртыу һәм йәштәр араһында сәләмәт тормош ҡанундарын таратыу эшмәкәрлеген дә иҫәпкә алған. Еңеүсе ҡалалар исемлегендә Туймазы, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Өфө булһа, райондар араһында Ҡариҙел, Тәтешле, Илеш алдынғы. Муниципалитеттар беренсе урын өсөн 500, икенсе урынға 200, өсөнсөгә 150 мең һумлыҡ премияға лайыҡ. Аҡсаны улар биләмә төҙөкләндереүгә йүнәлтә ала.

Радий Хәбиров ҡала-райондар етәкселегенә ойошҡанлыҡ менән башҡарылған эш өсөн рәхмәт белдереп киләһе йылда еңеүселәргә тәғәйен премия күләмен күпкә арттырырға тәҡдим итте. Ә бына торлаҡ йылытҡан өсөн түләү квитанцияларындағы хаҡтар күләмен республика башлығы етди тикшереүгә алырға ҡушты. Вице-премьер- торлаҡ-коомуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, үткән ике аҙнала БашРТС һәм торлаҡ-төҙөлөш эшмәкәрлеген күҙәтеү комитеты белгестәре йылытыу хаҡының ҡапыл артыуы теркәлгән 485 йортта иҫәп приборҙары эшенә бәйле 66, күп фатирлы йорттарҙы файҙаланыу һәм техник хеҙмәтләндереү буйынса 98 тәртип боҙоу осрағын асыҡланған. Радий Хәбиров был хәлде йома һайын үткән видеоселектор кәңәшмәһе күҙәтеүенә алырға ҡушты.

2020 йылдың 1 июленән автобустарҙа ҡулаҡсаһыҙ иҫәп терминалдары мәжбүри урынлаштырыла. Ҡағиҙәне үтәмәгәндәргә штраф һалынасаҡ. Беренсе тапҡыр 30 мең һум, ҡабаттан тәртип боҙған саҡта бер миллионға тиклем. Радий Хәбиров пассажир ташыусыларҙы был хаҡта көнэлгәре иҫкәртергә саҡырҙы. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе бедереүенсә, профилактика ыңғай һөҙөмтә бирә. Йәмәғәт транспорты бурысын үтәгән йүнселдәр юл хаҡына түләүҙең берҙәм республика системаһына ҡушыла. Әлегә бер миллиард һумдан артыҡ суммаға 52 миллион 600 мең транзакция теркәлгән, уның 24 проценты “Алға” картаһы ярҙамында. Республика башлығы оператив кәңәшмәлә янғын иҫкәртеү приборҙары менән тәьмин ителеүсе ғаиләләр исемлеген киңәйтеү мөмкинлегенә иғтибар итте. Был сара бәлки Ишембай районы Ғүмәр ауылындағы кеүек бәхетһеҙ осраҡтарға сик ҡуйыр ине.