Сарала ҡатнашып Радий Хәбиров был инфраструктура объекты башҡа күләмле проекттарға этәргес бирәсәк тине.Тоннель, Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һәм М5 трассаһына тиклем юлдан торған объектта төҙөлөш эштәрен Төрөк компанияһы алып барасаҡ. Республика Башлығы эшселәрҙе үҙебеҙҙең төбәктән йәлеп итергә килештек тине. Проекттың дөйөм хаҡы 33 миллиард ярым һумға баһалана, әле республика 1 миллиард ярымдан ашыу аванс күсергән. Төҙөлөш 2023 йылда тамамланыр тип көтөлә.
Өфөнән көнбайышҡа сыҡҡан тоннелдә төҙөлөш эштәренә старт бирелде
Тулыраҡ: Өфөнән көнбайышҡа сыҡҡан тоннелдә төҙөлөш эштәренә старт бирелде