Рәсәйҙең туризм буйынса федераль агентлығы коронавирус сәбәпле Ҡытайға юлламалар һатыуҙы туҡтатырға тәҡдим итә. Ҡайһы бер туроператорҙар Хайнань утрауынан туристарҙы Рәсәйгә ҡайтара башлаған. Эпидемиологик хәл яҡшырғанға тиклем Ҡытайҙың ҡайһы бер ҡалаларында экскурсиялар, күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар үткәреү тыйылған. Коронавирус таралыу сәбәпле Өфө аэропортында ла санитар күҙәтеү көсәйтелде. Ҡытайҙан ҡайтыусы пассажирҙар ентекләп тикшерелә. Йыл һайын беҙҙең илдән миллион ярым кеше турист булараҡ Ҡытайға ял итергә бара.
Ростуризм коронавирус сәбәпле Ҡытайға юлламалар һатыуҙы туҡтатырға тәҡдим итә
Тулыраҡ: Ростуризм коронавирус сәбәпле Ҡытайға юлламалар һатыуҙы туҡтатырға тәҡдим итә