Әбйәлил районында уҡытыусылар дәрестәрҙе мәсеттә үткәрә

Тулыраҡ: Әбйәлил районында уҡытыусылар дәрестәрҙе мәсеттә үткәрә

Тупаҡ ауылында иҫке мәктәп емерелгән, ә яңыһы төҙөлөп бөтмәгән. Үҙған йылдың сентябренә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш белем йорто ни өсөн асылмай? 4-се класс уҡыусыһы Флорит Харрасов тик дүртле һәм бишле билдәләренә өлгәшә. Бигерәк тә ул математика, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кеүек фәндәрҙе яҡшы үҙләштерә. Әммә, һуңғы арала улары ла еңелдән бирелмәй.Тупаҡ ауылы мәсете белем усағына әйләнгән. Бында 5 ай инде аҙан тауышы ишетелмәй, вәғәздәр уҡылмай. Балалар иһә дин тәғлимәттәрен түгел, ә мәктәп программаһын өйрәнә.

Мәсеттә бер юлы өс класс шөғөлләнә. Быныһында рус телен өйрәнәләр. Ҡоршау артында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре бара. Уҡытыусыларға төп фәндәр буйынса ғына белем бирергә тура килә. Сөнки, ваҡыт етмәй һәм мөмкинлектәр юҡ.Тупаҡта яңы мәктәп бинаһы күтәрелгән. 120 урынға иҫәпләнгән белем усағы августа сафҡа инергә тейеш булған. Әммә, етешһеҙлектәр арҡаһында төҙөүселәр асыу тантанаһын бер-нисә тапҡыр күсерә. Әле лә улар был датаны атарға теләмәне.Ауылда 1 мең самаһы кеше йәшәй. Бында “демография упҡыны” юҡ тиерлек. Йәштәр йорттар һала, урамдар һаны йылдан йыл арта.

Элекке мәктәп тар булғас урындағы власть яңы мәғариф учреждениеһы төҙөргә ҡарар итә. Закир Шәрипов. Белем усағында ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым оҫтаханалар булдырылған. Бында өлкән класс уҡыусылары тимерҙе һәм ағасты эшкәртеү серҙәренә өйрәнәсәк. Шулай уҡ, башҡа заманса ҡорамалдар урынлаштырылған.Яңы мәктәптең йыйылыштар залында йәнә осрашыу үтә. Ата-әсә ҡасан мәктәп асыла инде тигән һорауҙы беренсегә бирмәй. Уларҙы тағы ла бер аҙ көтөргә күндерәләр. Закон буйынса урындағы хакимиәт төҙөлөшкә ҡыҫыла алмай. Мәктәп сафҡа индерелгәс кенә, муниципалитет ҡарамағына тапшырыла. Әммә, был төбәк етәкселегенең битараф ҡарауын аңлатмай. Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, бөтә етешһеҙлектәр бөтөрөлгән. Уларҙың күбеһе янғын хәүефһеҙлегенә бәйле булған. Хәҙер балаларға һәм ата-әсәгә махсус комиссияның ҡарарын көтөргә ҡала. Халыҡ, белгестәр рөхсәт биргәс, ошо көндәрҙә белем усағы үҙ ишектәрен асыр тип өмөтләнә.