Боҙҙағы дискотека күңелдәрҙе иретте

Тулыраҡ: Боҙҙағы дискотека күңелдәрҙе иретте

“Башҡортостан 24” каналы “Динамо” стадионы һәм ММА федерацияһы менән берлектә студенттар көнө уңайынан ойошторған байрам 2 мең самаһы кешене берләштерҙе. Әйтергә кәрәк, һырғалаҡта студенттарҙы ғына түгел, ә балалар менән өлкәндәрҙе лә күрергә мөмкин ине. Беҙҙең менән бергә конькиҙа шыуып, үҙенең 82 йәшен билдәләгән Альбина Исхаҡоваға һоҡланмаған кеше ҡалманы. Ботинкаларын бәйләүҙе бер кемгә лә йөкмәтмәй, Альбина Исхаҡова конькиҙарын үҙе тырышып кейә. Эргәһендә әхирәте дәртләндереп тора.

“Башҡортостан 24” каналы “Динамо” стадионына студенттар уңайынан байрам ойоштора икәнен белеп ҡалғас, ул, һис шикһеҙ, бында килергә ҡарар иткән. Студент саҡтары 60 йыл элек булһа ла, күңелем менән һәр саҡ йәшмен, ти инәй. Альбина Исхаҡова саңғыла шыуыу, волейбол, еңел атлетика кеүек спорт төрҙәрен үҙ иткән. Заманында спорт гимнастикаһы буйынса Башҡортостан һәм СССР чемпионы булған. Конькиҙа ла йөрөргә ярата ул. Күптәнге хыялы – тыуған көнөн һырғалаҡта үткәреү теләге, ниһәйәт, “Башҡортостан 24” каналы менән бергә тормошҡа ашты. 82 йәшен тултырған инәй, шаяртып, миңә 28 генә әле, ти. Тыуған көнө уңайынан Альбина Хажим ҡыҙына ойоштороусылар бүләк тапшырҙы. Байрамға килеүселәр ҙә уны алҡыштарға күмде һәм иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Әхирәте Рәйсә Сөләймән ҡыҙы менән байрамса — милли кейемдә килеүҙәре сараны тағы ла йәмләндереп ебәрҙе.

Байрамға килгән студенттар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Сараның бағыусылары “Динамо” спорт комплексы, ММА үҙәге, КФС, Скай макс кибете әҙерләгән сертификаттарҙы конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан, алып барыусыларҙың һорауҙарына дөрөҫ яуап ҡайтарғандарға тапшырылды. Ә биатлон буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы Максим Чудовтың автограф ҡуйып открыткалар таратыуы һәм уның менән фотоға төшөү һәр кемдең күңеленә хуш килде.Студенттар көнөнә арналған байрамды һырғалаҡта үткәреү осраҡлы түгел.

Йәштәрҙе спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу – төп маҡсаттарҙың береһе, ти “Башҡортостан 24” каналы етәксеһе Рәмзит Абуляев. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре бергәләп был акцияны күтәреп сыҡты. Хәбәрселәр, алып барыусылар, операторҙар – барыһы ла был көндө эш урындарын ҡалдырып, конькиҙарын кейеп, халыҡ менән бергә күңел асты.Байрамда ҡатнашыусыларға ойоштороусылар тағы ла ҙур бүләк әҙерләне — кесеһе лә, өлкәне лә яратҡан мультиинструменталист Зәйнетдиндың сығышы.Шулай итеп, сараға килеүселәр конькиҙа йөрөп кенә ҡалманы, яратҡан артистарының сығыштарын ҡарап, диджей Фәтих ҡуйған дәртле көйҙәргә бейеп тә ҡыуанды.

Тәүге тапҡыр конькиға баҫҡандар ҙа булды. Уларға стадиондың инструкторҙары ярҙамға килде. Өҫтән ҡар яуап торһа ла, “Динамо” стадионына халыҡ ағылды ла ағылды. 20 мең квадрат метрлыҡ майҙанда алма төшөрлөк тә урын ҡалманы. Яҡшы кәйеф, сәләмәт тормошҡа һөйөү һәм “Башҡортостан 24” каналы тиҫтәләрсә кешене берләштерҙе. Ошондай саралар артабан да үткәрелеп торасаҡ. “Башҡортостан 24” каналы менән бергә булайыҡ.