Башҡортостан Хөкүмәте киләһе биш йылға эш программаһын раҫланы

Тулыраҡ: Башҡортостан Хөкүмәте киләһе биш йылға эш программаһын раҫланы

2025 йылға төбәк тулайым продукты күләмен 2 триллион ярымға еткереп илдә алдынғы ун төбәк исемлегендә нығыныу. Башҡортостан Хөкүмәте киләһе биш йылға эш программаһын раҫланы.Иҡтисад һәм социаль үҫештең төп йүнәлештәре буйынса 22 проект инициативаһы Радий Хәбировтың сентябрь Указында сағылған йөкләмәләрҙе үтәүгә ҡағыла. Республика башҡарма власы органдары программаға мөһим һәм күләмле сараларҙы өҫтәне.

Сәнәғәт тауарҙарын етештереү һәм һатыу буйынса илдә алдынғы ун төбәк исемлегенә инеү, ауыл хужалығында һөт етештереүҙә илдә икенсе, ит буйынса һигеҙенсе урынға күтәрелеү, ә иген эшкәртеү күрһәткесе буйынса Рәсәйҙең алдынғы ун төбәге исемелегенә инеү бурысы ҡуйылды. Торлаҡ төҙөлөшө күләмен 3 миллион 700 мең квадрат метрға еткеререү көтөлә. Юғары күрһәткестәргә өлгәшеү иһә инвестициялар күләмен арттырыуға бәйле, 2024 йылға уны 650 миллиард һумға еткереү ҡарала. Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостанда үҫеш өсөн мөмкинлектәр киң, маҡсаттар сәмле, ҡатмарлы, әммә үтәрлек.