Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Тулыраҡ: Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Торлаҡ йылытҡан өсөн түләү квитанцияларындағы хаҡтар күләмен республика башлығы етди тикшереүгә алырға ҡушты. Вице-премьер- торлаҡ-коомуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, үткән ике аҙнала БашРТС һәм торлаҡ-төҙөлөш эшмәкәрлеген күҙәтеү комитеты белгестәре йылытыу хаҡының ҡапыл артыуы теркәлгән 485 йортта иҫәп приборҙары эшенә бәйле 66, күп фатирлы йорттарҙы файҙаланыу һәм техник хеҙмәтләндереү буйынса 98 тәртип боҙоу осрағын асыҡланған. Радий Хәбиров был хәлде йома һайын үткән видеоселектор кәңәшмәһе күҙәтеүенә алырға ҡушты.