Контейнер майҙансыҡтары

Тулыраҡ: Контейнер майҙансыҡтары

Быйыл яҙ төбәктә “RM: контейнер майҙансыҡтары” тигән автоматлаштырылған система эшләй башлай. Ул ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу барышын даими күҙәтеүҙән ғибәрәт. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы видеоселектор кәңәшмәһендә төбәк операторҙары менән подрядчиктар араһында килешеү төҙөүҙе тиҙләтеү тураһында һүҙ барҙы. Бөгөнгә муниципалитеттар контейнер майҙансыҡтарында инвентаризация тамамланыу алдында. Республика буйынса ҡалдыҡтар йыйыу майҙансыҡтарының 90 процентҡа яҡыны цифраланған. Райондар транспорт хәрәкәте яйға һалынмаған төпкөл ауылдар тураһында мәғлүмәт тәҡдим итәсәк. Муниципалитеттар беренсе февралгә тиклем ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн түләүҙәр буйынса бурыстарын бөтөрөргә тейеш.