Корона вирусы

Тулыраҡ: Корона вирусы

Донъяның киң мәғлүмәт сараларында коронавирус төп темаларҙың береһе булып ҡала. Вирус йәшен тиҙлегендә ер шарының төрлө ҡитғаларына тарала. Беҙҙең илдә был йәһәттән ашығыс саралар күрелә. Аэропорттарҙа санитар постар ҡуйылды. Пассажирҙарҙың тән температураһы үлсәнә. Өфөлә Ҡытайҙан ҡайтыусы ике турист короновирус йоҡторған тигән хәбәр таралды. Әммә уның ысынбарлыҡҡа тап килмәүе асыҡланды. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әле 106 кеше һәләк булған. Бик күп илдәр үҙ граждандарына Ҡытайға бармаҫҡа саҡырып мөрәжәғәттәр ҡабул итте. Йыл һайын беҙҙең илдән миллион ярым кеше Ҡытайға ял итергә бара. Рәсәйҙең туризм буйынса федераль агентлығы коронавирус сәбәпле был илгә юлламалар һатыуҙы туҡтатыҙы талап итә.