Башҡортостанда тағы ла дүрт онкология үҙәге асыла

Тулыраҡ: Башҡортостанда тағы ла дүрт онкология үҙәге асыла

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, ямаш шеште асыҡлаусы ҡорамалдар 60-70 процентҡа иҫкергән. Бынан тыш, кадрҙарға ҡытлыҡ һиҙелә. еспублика клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов әйтеүенсә, шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда яман шештәрҙе асыҡлау осраҡтары арта. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса, тикшереү үткән пациенттарҙың 56,5 процентында беренсе һәм икенсе стадиялағы яман шеш табылған. Белгестәр онкологик сирҙәргә килтергән сәбәптәр араһында элеккесә экологияның бик насар хәлдә булыуын, кешенең туҡланыуын, алама ғәҙәттәрҙе, генетик бирешеүсәнлекте билдәләй.