Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Тулыраҡ: Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Быйыл кешелек тарихындағы иң ҡурҡыныс һәм иң оҙайлы ҡамау тамамлауына 76 йыл була. Ленинград ҡалаһы блокадаһы 900 көн тиерлек бара. Аслыҡ, һыуыҡ, юҡлыҡтан меңәрләгән кешенең ғүмере өҙөлә. Ленинград блокадаһында ҡалыусыларҙы хөрмәт итеп республикала төрлө саралар уҙғарыла, ветерандар менән осрашыуҙар үтә. Уларҙың бер нисәүһендә беҙҙең хәбәрселәр ҙә булып ҡайтты. Ленинградтың 900 көнлөк оборонаһы — Бөйөк Ватан һуғышы тарихында героик сәхифәләрҙең береһе булып һанала.

1942 йылдың ғинуарында ҡалала 107477 кеше, шул иҫәптән бер йәшкә тиклемге 5636 бала үлә. 1943-сө йылдың 18 ғинуарында Ленинград ҡамауы өҙөлә. Барлыҡҡа килгән 11 саҡрым киңлегендәге коридор аша ҡала ҡоро ер буйлап ил менән тоташа. Әммә, Ленинградты тулыһынса азат итеү өсөн тағы ла бер йылдан ашыу ваҡыт кәрәк була.Иҫтәлекле көндө хәтергә алыу маҡсаты менән республикала күп саралар уҙғарыла. Хәрби Дан музейында “Блокада икмәге” акцияһы үтте. Йыл һайын һуғыш йылдарындағы кеүек икмәк бешереп ҡунаҡтарҙы һыйлау-сараның төп үҙенсәлеге һанала.Бынан тыш, ойоштороусылар Ленинград блокадаһында ҡалыусы, хәҙерге ваҡытта шул уҡ ҡалала донъя көтөүсе ветеран менән интернет аша тура бәйләнешкә сыҡты.

Ул да хәтирәләре менән бүлеште.Ленинград ҡалаһын блокаданан азат итеү көнө һуғыш, хеҙмәт һәм ҡораллы көстәр ветерандары советы хеҙмәткәрҙәре өсөн ҙур тарихи ваҡиға. Һуғыш михнәттәрен күргән һәм ер, ил өсөн көрәшеүсе ветерандарға хөрмәт итеп бында йыл һайын саралар үтә. Совет районында Ленинград блокадаһында ҡалыусы 14 ветеран йәшәй. Екатерина Варламова, Камилла Чертова һәм Илҙигән Йосопова йәштәргә иң ҡурҡыныс һәм оҙайлы ҡамау тураһында һөйләне. Хәҙер элеккеләрҙе илап иҫкә алып булмай, сөнки, күҙ йәштәренең ағыры ағып, кибере кибеп бөткән, ти инәйҙәр.

Сараны ойоштороусылар Ленинград блокаһында ҡалыусыларға бүләктәр тапшырҙы. Илдә тыныслыҡ булһын һәм киләсәк быуын бындай михнәтте күрмәһен-ветерандарҙың теләге шул. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты “Герой иҫтәлегенә” акцияһын ойошторҙо. Ҡала урамдарында Ленинград ҡамауын өҙөү көнө уңайынан видеояҙма күрһәтелде. Өфөнән тыш, бындай видеоларҙы Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Силәбе, Самара һәм башҡа ҡала халҡы ла күрә ала.