Өфө киң профилле һөнәр биреү колледжында “Әҙип һүҙе-замандың йөҙө” тип аталған әҙәби осрашыу үтте. Сара йыр-моң менән башланып китте. Осрашыуға башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индереүсе әҙиптәр Гөлнур Яҡупова, Салауат Кәрим, Миңдебай Юлмөхәмәтов саҡырылған. Улар үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырҙы, студенттар ҡунаҡтарҙың шиғырҙарын һөйләне. Башҡорт теленә һәм әҙәбитенә бағышлап бындай саралар һәр ваҡыт үткәрелеп торасаҡ, тип билдәләне ойоштороусылар.
Әҙип һүҙе-замандың йөҙө
Тулыраҡ: Әҙип һүҙе-замандың йөҙө