Бөгөн Өфө халыҡ-ара аэропортына Ҡытайҙың Санья ҡалаһынан сираттағы самолеттың әйләнеп ҡайтыуы көтөлә. Әлегә нисә кешенең ялын туҡтатып Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итеүе тураһында билдәле түгел. Уларҙың барыһы ла аэропортта ентекләп тикшереләсәк. Тән температураһы күтәрелгән осраҡта дауаханаға һалынасаҡ. Короновирус хаҡында нимә белергә кәрәк, хафаланырға урын бармы? Сяу Кан Ҡытайҙың Далян ҡалаһында йашай. Ошо көндәрҙә ул эш буйынса Башҡортостанға осорға тейеш булған. Әммә илендә ҡоторған короновирус сәбәпле сәфәрен туҡтатып торорға мәжбүр. Ҡытайҙа барлыҡҡа килеп, тиҙ арала бөтә донъяға таралған сир һәр кемде борсоға һала.
Короновирустың билдәләре тәү ҡарашҡа ябай кеүек, әммә вирус тиҙ арала кешенең тын юлдарын һәм үпкәһен зарарлай. Инкубация осоро ун дүрт көнгәсә етә. Ҡытай һәм Азия илдәренән ялдан ҡайтусыларға һаулыҡтарына уяу булырға кәңәш итә, белгестәр. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Ҡытайҙа короновирус арҡаһында кәм тигәндә 130 кеше һәләк булған. 6 меңдән ашыуында вирус барлығы асыҡланған, улар араһында балалар ҙа бар. Шуныһы мөһим — сирҙе йоҡторсыларҙың һикһән процентҡа яҡыны – алтмыш йәште уҙған.
Белгестәрҙең раҫлауынса, хәүеф аҫтында башлыса имунитеты ҡаҡшаған кешеләр. Башҡа бик күп илдәрҙеге кеүек үк Өфө аэропортында ла санитар күҙәтеү көсәйтелә. Ҡытай һәм Азия илдәренән самолет менән ҡайтыусылар тепловизор ярҙамында ентекле тикшереү үтә. Ҡытайҙа ял итеүсе бөтә туристар ҙа республикаға кире оҙатыла.
Бөгөн Өфө аэрапортына Санья Ҡалахынан һуңғы самолеттың әйләнеп ҡайтыуы көтөлә. Хафаланырға урын юҡ, ти белгестәр. Башҡортостанға был вирусты үткәрмәҫ өсөн бөтә санитар-эпидимиологик ҡәғиҙәләр ҙә етнтекле үтәләсәк. Илгә короновирусты индеүҙе иҫкәртеү маҡсатында Рәсәйҙең туризм буйынса федераль агентлығы Ҡытайға юлламалар һатыуҙы туҡтатырға тәҡдим итте. Туристик компания етәксеһе Гөлниса Аҡбашева билдәләүенсә, Ростуризмдың тәҡдиме буйынса юлдар ябылған. Кемдәр алдан путевкалар алған, уларға аҡсаһы кире ҡайтарыла, йә иһә башҡа йүнәлештәге сәйәхәттәргә билеттарҙы алмаштырыу мөмкинлеге бирелә. Ә бына Ҡытайға эш буйынса осоп йөрөүселәргә юлдар асыҡ. Әммә уларға ла сәфәрҙән тыйылып торорға кәңәш итәләр.
Ҡытайҙан сыҡҡан вирус тағы ла ун ике ил граждандарында асыҡланған. Улар барыһы ла Ухань ҡалахынан сәйәхәттән ҡайтҡан. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, был кешеләрҙән башҡаларға йоғоу осраҡтары теркәлмәгән. Бер миллиард дүрт йөҙ мең халыҡ йәшәгән Ҡытай өсөн был эпидемия үтә лә күләмле түгел. Ябай грипп һәм ҡыҙылса сиренән кеше йышыраҡ һәләк була, тип тынысландыра белгестәр. Ҡытай халҡы иһә ҡурҡыуға бирелмәй, санитар-эпидимиология талаптарын, ябай һаҡланыу саралын теүәл үтәргә тырыша.