Нефть табыу нескәлектәренә үҫмер саҡтан уҡ нигеҙ һалына

Тулыраҡ: Нефть табыу нескәлектәренә үҫмер саҡтан уҡ нигеҙ һалына

Өфө дәүләт нефть-техник университетының йәштәр технопаркында уҡыусылар көнкүреш әйберҙәренән нефть сығарыу ҡоролмаһы макетын төҙөнө. Сибай ҡалаһы гимназия-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Гөлназ Юлдыбаева киләсәктә Өфө нефть – техник университетына уҡырға инергә әҙерләнә. Ныҡышмал ҡыҙ химия инженеры булырға, яман шешкә ҡаршы препарат уйлап табырға хыяллана.

9-11 класс балалары өсөн ойошторолған инженер мәктәбендә 50-нән ашыу егет һәм ҡыҙ ҡатнаша. Уларҙы нефть сығарыу серҙәренә өйрәтеү уйын формаһында бара. Уҡыусылар менән университеттың иң алдынғы уҡытыусылары шөғөлләнә. Искәндәр Исхаҡов Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы. Ул иптәштәре менән бергә нефть сығарыу ҡоролмаһын уйлап тапҡан. Был уҡыуҙарҙың тағы ла бер шәп яғы бар, нефть-техник университетына уҡырға инергә теләүселәрҙең берҙәм дәүләт имтиханына балл өҫтәлеү, ти йәш ғалим.

Һәр команда үҙ ҡоролмаһын ябай көнкүреш әйберҙәренән төҙөнө. Макеттар бер-береһенә оҡшамаһа ла, улар дөйөм бер комплексты хәтерләтә. Сара федераль грант ярҙамында ойошторолдо. Ул Өфө дәүләт нефть техник университетының студент-аспиранттары булдырған мәғариф проекты. Юғары уҡыу йортонда эшләп килгән инженерҙар мәктәбе буласаҡ ғалимдарҙы тәрбиәләй. Башланғысҡа әле үк нигеҙ һалына. Улар тағы ла яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырып Рәсәй кимәленә сығырға иҫәп тота.

Сарала ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булған егет-ҡыҙҙар өс көнгә нефть һәм газ индустрияһына башкөлләй сумды. Улар был өлкәләге техник тармаҡтарҙың нигеҙен өйрәнде һәм үҙ ҡулдары ҙур макеттар эшләне. Инженерҙар мәктәбенә килгән балалар үҙҙәрен технолог, эколог, конструктор һәм башҡа бик күп төрлө һөнәр эйәһе итеп һынап ҡарай алды....Бындай саралар иһә киләсәктә уларға күңелдәренә ятҡан эште һайларға ярҙам итәсәк, ти белгестәр.