Әйтерһең дә тере ҡурсаҡтар! Улар интерьер өсөн генә тәғәйенләнһә лә, һәр ҡайһыһы тере һымаҡ — берәүһе йылмайып ултырһа, икенсеһенең йөҙөнән күҙ йәштәре тәгәрәй. Өҫтәүенә, бер образ да ҡабатланмай. Динаның ҡулында пластик киҫәктәре яйлап ҡына матур һындарға әүерелә. Әлеге мәлдә ул ҡурсаҡтың ҡулын эшләй. Һәр һырына, йыйырсығына тиклем төшөрөп ҡуя — кеше ҡулынан бер нимәһе менән дә айырылмай тиерлек. Бының сере оҫталыҡта ғына түгел, ә тейешле белем кимәле булыуҙа.
Ҡурсаҡтарҙың ҡулдары бер сәғәт эсендә яһалһа, башын һәм битен әүәләүгә 4-5 сәғәт тирәһе китә. Әле шымартылған баштан рыцарь, йәки Англиялағы лорд килеп сығыр, тип өмөтләнә оҫта. Дина 18-19 сы быуаттарҙа Европала булған романтизм осорон үҙ итә. Был ҡыҙыҡһыныуы уның эштәрендә лә сағыла.
Ҡурсаҡтарҙың прототиптары – Динаның яратҡан кинофильмдарының геройҙары, интернетта тап булған фотоһүрәттәргә ҡарап та эшләй ала. Тик күңелемә ятҡанса үҙгәртәм: берәүҙең күҙе, икенсеһенең танауы, өсөнсөһөнөң ирене оҡшай икән, шуларҙан бер дөйөм образ тыуҙырам, ти оҫта. Әммә уларҙың береһе лә ҡабатланмай.
Ҡурсаҡтарҙың сәстәре ангора кәзәһенең йөнөнән эшләнә. Әммә башына йәбештергәнсе, оҫта сәс буяҙары менән уларҙы төрлө төҫкә индерә. Ҡурсаҡтарҙың хатта кейемдәрен дә Дина үҙе тегә. Образға тулыһынса тура килһен өсөн уға тарихты ла ныҡлап өйрәнергә тура килә. Тыуҙырылған образдар хужаһының кәйеф менән бер нисек тә бәйләнмәгән. Мәҫәлән, илаған ҡурсаҡты эшләү минең күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ултырғанды аңлатмай, ти Дина. Шулай ҙа, оҫта әйтеүенсә, тап ошо образдар аша күңелдәге кисерештәрҙе, уйҙарҙы, ғөмүмән, теләгән нәмәне сағылдырырға була. Сөнки һәр ҡурсаҡтың үҙенең йөҙө, холоҡ-фиғеле, хатта исеме лә бар.
Дина һөнәре буйынса логопед. Эшенән буш ваҡытын яратҡан шөғөлөнә бағышлай. Интернет киңлектәрендә ошондай ҡурсаҡтарҙы күреп ҡалғандан был эшкә ҡыҙыҡһыныу һуң уянған. Яҡынса өс йыл эсендә 50-нән ашыу образдар барлыҡҡа килгән. Хәҙер инде улар донъя буйлап таралып, төрлө ғаиләләрҙең йорттарын йәмләп ултыра.