ZAINETDIN-дән “Яңы ҡараш”

Тулыраҡ: ZAINETDIN-дән “Яңы ҡараш”

Зәйнетдин тамашасылары өсөн “Яңы ҡараш” тип аталған өр яңы проект өҫтөндә эшләй. Уны әҙерләүҙә бихисап талантлы һәм тәжрибәле кешеләр ҡатнаша. ZAINETDIN яңы проектына әҙерлекте ярты элек башлаған, ә йыл башынан уны ныҡлап тормошҡа ашырыуға тотонған. Ғинуарҙың тәүге көндәренән үк репетициялар бара. Бына ошо залда, мәҫәлән, ҡыҙ һәм егеттәр ижади төркөм менән берлектә, көнө-төнө тиерлек бейеүҙәрҙе шымарта. Бына улар — кастинг аша һайлап алынған иң-иңдәр. Шоуҙың ҡатнашыусыларына ҡарата талап юғары. ZAINETDIN менән хеҙмәттәшлек итергә ризалығын биреп, килешеүгә ҡул ҡуйған һәр кемде оло яуаплылыҡ һәм сәфәр көтә.

“Яңы ҡараш” шоуын шулай уҡ Англия, Испания тамашасыһы ла күрәсәк. Шоу программаһын әҙерләүҙә донъя кимәлендә эшләгән хореограф Алексей Балаш ҡатнаша. Рөстәм Ғиззәтуллин продюссер булараҡ проектты етәкләй. Шулай уҡ төрлө музыканттар йәлеп ителгән. Көслө команда артистың репертуарын тулыһынса яңыртасаҡ.

Сәхнә кейемдәре Мәскәүҙә тегелә. Уларҙы әҙерләүҙә билдәле йондоҙҙар менән хеҙмәттәшлек иткән дизайнерҙар ҡатнаша. Шоу музыка, кеймдәр, декорациялар, ғөмүмән, бар яҡлап та сағыу буласаҡ, ти ZAINETDIN һәм күптәнге хыялын тормошҡа ашырыуға ул ең һыҙғанып тотонған.